АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
9 Декабрь 2024, 06:40

Хәйбуллалар әүҙемлек күрһәтә

Райондың һәр ауылы тиерлек «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы»нда ҡатнаша. Уларға «Башҡорт баҡыры», «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Мәҫәлән, Һамар һәм Аҡъюл ауылдары биләмәһе  МТЗ-82 тракторы алған.

Хәйбуллалар әүҙемлек күрһәтәХәйбуллалар әүҙемлек күрһәтә
Хәйбуллалар әүҙемлек күрһәтә

Төбәк һулышы

Маҡсатҡа бергәләп өлгәшәләр

Уҙған аҙнала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш ваҡытында төҙөкләндереү эштәренә лә туҡталды. Эйе, башлыса был тәңгәлдә һорауҙарҙы өфөләр күтәрҙе. Октябрь революцияһы урамында йәйәүлеләр тыҡрығын төҙөү, Ленин исемендәге һәм Урмансылар парктарын төҙөкләндереү хаҡындағы һорауҙарға Башлыҡ яуаптар бирҙе. Ысынлап та, төҙөкләндереү даими иғтибарҙы һәм финанс сығым талап иткән йүнәлеш. Беҙҙең төбәктә лә был юҫыҡта байтаҡ эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, Хәйбулла районында «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте ярҙамы менән Петропавловск мәктәбендә капиталь ремонт быйыл көҙ тамамланды, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» булышлығы менән Бүребай ҡасабаһы урамдарына яҡтылыҡ төшөрөлдө, ҡоҙоҡтар рәтләнде, юлдарға асфальт һалынды.

Әлеге көндә райондың һәр ауылы тиерлек «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы»нда ҡатнаша. Унда ла юғарыла телгә алынған йәмғиәттәр бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Мәҫәлән, Һамар ауылы биләмәһе 2 миллион 600 һумға МТЗ-82 тракторы алған.

—Беҙ был программала 2015 йылдан ҡатнашып киләбеҙ. Һуңғыһында «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте ярҙам күрһәтте, предприятие беҙгә 500 мең һум бирҙе. Халыҡтан 120 мең һум йыйылды, урындағы бюджеттан 180 мең һум ҡушһаҡ, республика бюджеты ҡалған сумманы ҡапланы. Киләһе йылда ла программала ҡатнашырға, тракторға тағылма алырға ниәтләйбеҙ,—ти ауыл биләмәһе башлығы Рафаэль Кәримов.

Ауылға алынға трактор тәжрибәле тракторсы Әхмәҙей Ишморатовҡа тапшырылған. Ул: «Ауылда трактор—алыштырғыһыҙ транспорт. Йыл әйләнәһенә ауылды төҙөк тотоу өсөн юлдарҙы таҙартып торорға, сүп-сар түгергә кәрәк. Киләһе йыл тағылма, һабан алһаҡ бик яҡшы буласаҡ. Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн зыярат тирәләй һәм башҡа биләмәләрҙе һөрөп сығырға кәрәк»,—тип белдерә.

Әйткәндәй, ошондай уҡ тракторҙы Аҡъюл ауылы биләмәһе лә алды. Уларға «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ярҙамға килде. Сығымдарҙың 10 процентын ауыл халҡы үҙе ҡаплаған. Киләһе йыл был биләмәгә ҡараған Ғәлиәхмәт ауылы «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында ҡатнашып, ауыл зыяратының ҡоймаһын алыштырырға планлаштыра.

 

 

 

—Совет власы тарҡалғандан һуң, йылылыҡ, һыу селтәрҙәре иҫкереп, алмаштырыу эше һүлпәнәйеп ҡалғайны. Һуңғы йылдарҙа ошо юҫыҡҡа, ғөмүмән, төҙөкләндереү тармағына иғтибар итә башланылар. Әммә эшләнәһе эштәр күп әле. Төрлө программаларҙың булыуы, әлбиттә, яҡшы,—тип үҙ фекерн белдерә йәмәғәт фекере лидеры Ирек Бикмәтов.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас