Темәс интернаты тәрбиәләнеүселәре Рәзифә Хәкимова Һәм Айгөл Туванаева Башҡортостан йыйылма командаһы составында Махсус олимпиаданың бөтә Рәсәй спартакиадаһында миҙалдар яуланы. Республика командаһында 500 метрлыҡ дистанцияла — 1-се, мең метрлыҡ дистанцияла 3-сө урын, тип хәбәр итте социаль селтәрҙә Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Линара Иванова. Уның һүҙҙәренсә, Красноярскиҙағы махсус олимпиада Рәсәйҙең 38 төбәгенән интеллектуаль үҙенсәлектәре булған 450-нән ашыу спортсыны йыйҙы. Ярыштар шул иҫәптән юнифайд форматында үтә. Бында бер командала үҫеш үҙенсәлектәре булған һәм булмаған, команда рухын тойған һәм үҙ-ара аңлашыу күрһәткән спортсылар ярыша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән тура бәйләнеш эшендә Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе рәйесе Ольга Шевнина ҡатнашты. Ул Радий Хәбировҡа инвалидтарҙың проблемаларына иғтибар иткәне өсөн рәхмәт әйтте һәм Бер йылдан һуң төбәктә был эштең нисек дауам ителәсәге менән ҡыҙыҡһынды.
Ғинуарҙа координация советында Башҡортостанда сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылына төп йомғаҡ яһаласаҡ, тип билдәләне Радий Хәбиров. "Артабан нимә эшләйәсәкбеҙ, киләһе йылда ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ. Был эште яратырға, был кешеләрҙе яратырға һәм уларҙан аҡыл, көс алырға кәрәк», — тине төбәк етәксеһе.