Быға ҡәҙәр бында һыу санитар нормаларға тап килмәгән. Яңы ҡоҙоҡто быраулау урыны элеккеһенән алыҫта, һыу ҡатламында ҡушылмаларҙың мөмкин тиклем аҙ булған ерендә урынлашҡан.
-Һыуыбыҙ шул тиклем ҡаты, татыр, тоҙло: йыуынып та, кер, иҙән йыуып та булмай, эсеү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Сәйнүккә ултырған ҡомаҡты йыуып таҙыртып өлгөртә алмайбыҙ. Ғөмүмән, һыуыбыҙҙа Менделеев таблицаһының барлыҡ химик элементтары ла бар. Күрше Рафиҡ, Смаҡ, Түшауылда йәшәүселәр рәхәтләнеп иҙән, кер йыуыуына көнләшеп ҡарай инек. Ә беҙ ошоға ҡәҙәр шишмәнән ташып эстек, йыуындыҡ. Яңы ҡоҙоҡтан сыҡҡан һыу йомшаҡ, тәмле,--ти Уфимка уылында йәшәүсе Расима Науменко.
Уфимка ауылы биләмәһе башлығы Даян Кәримов та көнүҙәк мәсьәләне хәл итеүсе бағыусыларын маҡтаны.
-«Башҡорт алтыны» йәмғиәте "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" милли проектына ярашлы, бер меңдән ашыу кеше йәшәгән ауыл халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен ыңғай хәл итте.
Ҡоҙоҡтан сыҡҡан һыуҙы кешеләр тәмләп, көнкүрештә ҡулланып ҡараны. Сифаты буйынса бик яҡшы. Һыу бит--йәшәү сығанағы. Эсәр һыуҙың таҙа булыуына бер ни етмәй. Йәй көнө һыуға мохтажлыҡ ныҡ артҡан мәлдә һыу тәьминәте тотороҡло булырына шик юҡ,--тип ауыл халҡы исеменән «Башҡорт алтыны» йәмғиәте етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерҙе башлыҡ.-Шулай уҡ предприятиеның бағыусылыҡ ярҙамы менән Уфимка ауылының “Тамсылар” балалар баҡсаһының бинаһына капиталь ремонт та уҙғарылды.
«Геобурстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры Ринат Зәйнәғәбдинов белдереүенсә, әлеге ваҡытта Уфимкала яңы ҡоҙоҡто быраулау эштәре тамамланып, обсадка торбаһы урынлаштырылған. Дөйөм тәрәнлеге 70 метрҙан ашыу булған ҡоҙоҡтан 16 кубометр күләмле насос һыу һурып сығарасаҡ. Ошо көндәрҙә насос урынлаштырыла. Артабан ҡоҙоҡ биләмәһенә электр ҡоролмалары һуҙыласаҡ һәм бында һыу селтәренең эске майҙаны булдырылып, ҡоҙоҡтан һыу һурҙыртыу дауам итәсәк. Планға ярашлы, барлыҡ эштәрҙе ноябрь аҙағына тамамларға иҫәп тоталар.
Бынан тыш шул уҡ социаль-иҡтисади килешеү сиктәрендә «Башҡорт алтыны» йәмғиәте райондың “Аҡсарлаҡ” балаларҙы һауыҡтырыу лагерында өҫтәмә ике йорт төҙөүгә финанс ярҙамы күрһәткән. Сөнки районда йәйге осорҙа һауыҡтырыу лагерында ял итеп, сәләмәтлектәрен нығытырға теләгән балалар һаны йылдан-йыл күбәйә. Хәҙер “Аҡсарлаҡ” лагерында йәмғеһе 14 йорт булып, уларҙа һәр сменала 150-нән ашыу бала ял итә ала.
«Башҡорт алтыны» йәмғиәте эшселәре балалар лагерында 2 йортто 1 ай ваҡытта сафҡа индереп, йыһазландырып ҡуйған.
Гөлдәр Ҡадаева.