Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылы халҡы ла “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау”ға әүҙем ҡушылған. Ошо көндәрҙә ауылдың ир-егеттәре өмәгә сығып, ауыл зыяратын тулыһынса кәртәләгән.
Күсей ауыл биләмәһе депутаты Рәзимә Сәйетова белдереүенсә, проекттың хаҡы—810 мең һум. Эште тулыһынса атҡарып сығыр өсөн 6 көн өмә үткән. Ауылдың барлыҡ ир-егеттәре үҙҙәре теләп өмәлә ҡатнашҡан.
—Тәүҙә ауыл халҡы бергәләшеп программаға ҡатнашырға теләк белдергәс, бер нисә проект тәҡдим ителде. Улар араһынан ауылдың зыяратын кәртәләү һайлап алынды. Ауыл старостаһы Тимерғәле Бүләкәнов етәкселегендә инициатив төркөм төҙөлдө һәм улар халыҡтан тиҙ арала аҡса йыйҙы. Шуныһы һөйөндөрҙө:
ауылда йәшәүселәр генә түгел, ә ошонда тыуып, әле ситтә йәшәгәндәр ҙә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Аҡса күсереп кенә ҡалманы, ә өмөлә ҡатнашырға ваҡыт таптылар. Йәштәрҙән Динислам Ғибәҙәтов, Салауат Йыһангиров, Инйәр Сәйетов, Нур Исрафилов, Замир Байбулов, Шәһит Йосопов, Тимур Бүләкәнов, Ғәҙел Рахманғолов, Ришат һәм Раян Рәсүлевтар һәм башҡаларға ҙур рәхмәтлебеҙ,—ти Рәзимә Юныс ҡыҙы.
Зыярат тулыһынса төҙөкләндерелеп бөткәс, ауыл муллаһы Рәлиф Исрафилов әрүәхтәр рухына аят бағышлаған.
“Һәр беребеҙҙең килер мәңгелек йорто тәртиптә, ата-бабаларыбыҙ ятҡан урын төҙөкләндерелгән булырға тейеш тигән уй-теләк менән ҡатнашты ир-егеттәребеҙ”,—ти Иҫәнбәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары.
Әйткәндәй, һәр көн ҡатын-ҡыҙҙар өс төркөмгә бүленеп, өмәселәргә йылы аш-һыу әҙерләгән, көнөнә ике тапҡыр уларҙы ашатҡан. Күмәк көс, берҙәм тырышлыҡ менән бөгөн ауылдың зыяраты өр-яңы тимер ҡоймалар менән уратып алынған.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Әнисә Исрафилова әйтеүенсә, көндәр һыуытып, ер туңмаҫ элек башҡарылған эш маҡтауға лайыҡ. “Өмәлә ауылдан бер кеше лә ҡатнашмай ҡалманы: кемдер аҡсалата ярҙам күрһәтте, икенселәре өмәгә килде, ҡатындар аш-һыу әҙерләне. Дөйөм көс менән йыйылған аҡсаға шулай уҡ генератор һатып алдыҡ, әле ҡалғанына перфоратор алырға уйлайбыҙ. Иҫәнбәт ауылында элек-электән берҙәм һәм татыу халыҡ йәшәй, ә был эштәр ауылдың йәнә берҙәмлеген күрһәтеп кенә ҡалманы, ә халыҡты тағы ла бергә тупланы”,—ти Әнисә Айрат ҡыҙы.
Иҫәнбәттәр киләһе йылда ла программаға ҡушылып, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыны яңыртырға ниәтләй. Сураш батыр вариҫтарының был хыялы ла тормошҡа ашыр, тигән ышаныстабыҙ.
Кәримә Усманова.