Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
7 Октябрь , 16:25

Ижадында тыуған яҡ һулышы

«Таңатар» китабында Ҡәҙим Аралбаев Таңатар ауылының быуындар төпкөлөнән килгән тарихын һәм бөгөнгөһөн яҡтырта. Баҫмала бик күп иҫтәлектәр тупланған.

Ижадында тыуған яҡ һулышы
Ижадында тыуған яҡ һулышы

          Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Яңы Ергән дөйөм белем биреү мәктәбендә,  ауыл халҡы менән берлектә «Ижадында тыуған яҡ һулышы» исемле  әҙәби–музыкаль сара булып үтте.

          Әҙәби сара ла яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры,Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Сергей Чекмарев, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Назар Нәжми исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтың  күптән түгел донъя күргән «Таңатар» китабының призентацияһы  үткәрелде.

Халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улының рухлы, ижады райондаштарыбыҙ күңелендә юғары урында  тора, осрашыуға  шиғриәте менән ҡыҙыҡһыныусы  мәртәбәле ҡунаҡтар Рөстәм Динислам улы Шәрипов, ауылдаштары,    ырыуҙаштары,  уҡыусылар йыйылды.

Бөгөнгө көндә күп төрлө китаптар донъя күреп тора, әммә шулай ҙа иң ҡыҙыҡһындырған һәм тулҡынландырғыс китаптарҙың береһе, әлбиттә, һәр кешенең тыуған яғы, ауылы тураһындағы китаптыр. Сөнки унда таныш кешеләр, таныш ғаиләләр, шәхестәр тураһында танышырға мөмкин. Бындай китаптарҙың баҫтырылыуы ҙур байрам һәм тарихи ваҡиға булып тора, киләсәк быуынға, йәштәргә тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур.

Таңатар китабында Ҡәҙим Аралбаев Таңатар ауылының быуындар төпкөлөнән килгән тарихын һәм бөгөнгөһөн яҡтырта. Баҫмала бик күп иҫтәлектәр тупланған.  «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы алдынан махсус рәүештә әҙерләнгән баҫма, Таңатар ауылының тарихы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтар исемлеге, ауылдың арҙаҡлы шәхестәре тураһында мәғлүмәт бирелгән.

Йыйынтыҡта «Таңатар ауылы тарихы» бүлегендә Таңатар ауылының тарихы туранан-тура Сәғит ауылына бәйле булыуы, Сәғит ауылынан  үҙ теләктәре менән бүленеп яңы урынға–Таналыҡ йылғаһының Ураҙай тип атап йөрөтөлгөн урынына күсеп сығыуҙан барлыҡҡа килеүе, «Көрәш байрағы» район гәзите баҫмаһында ауыл халҡының эш һөҙөмтәләре, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар, Бөйөк Ватан  һуғышында ҡатнашып, тыуған яҡҡа ҡайтҡан яҡташтар исемлеге, һуғыштан һуң сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү, эштән һуң «Наза», «Түңәрәк», «Әйлән- бәйлән», «Әртил» кеүек күмәк бейеүҙәрҙән уйын ойошторолоуы иҫкә алына. «Таңатарҙың икенсе йәшәү осоро» бүлеге Айытбай Йәнғәле улы Дансыҡбаевтың ауылды яңынан тергеҙеп йәшәргә ҡайтыуы, ауылдаштарына өмөт иткән хыялының һүрелеүе, ғәилә фотоһы һәм «Байсура» исемле тыуған еренә бағышлап яҙылған шиғыры баҫылған. Китаптың һуңғы биттәрен ауылдың арҙаҡлы шәхестәре, күренекле яҡташтарының фото һүрәттәре, Абдулхаҡ  Усмановтың «Таңатар», «Таңатарға мәҙхиә» шиғырҙары, «Халыҡ ижады—халыҡ хәтере» бүлегендә шиғырҙар йыйнтығы тупланған.

Ил тарихы шәхестән, йылдар үтеү менән ауыл тарихын мәңгелләштереп  Ҡәҙим Әбделғәлим улы «Таңатар»  тулайым йыйынтыҡты сарала ҡатнашыусыларҙың барыһынала ҡул тамғалар ҡуйып бүләк итте.  Таңатарҙа йәшәгән осорондағы бала саҡ  хәтирәләр менән бүлеште.

Сараны дауам итеп, башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе шағир Ҡәҙим Аралбаев тыуған еребеҙҙең һулышы, халҡыбыҙҙың яҙмышы, ата-бабаларыбыҙҙың рухы, оло мираҫы, үҙенсәлекле тәбиғәтебеҙҙең гүзәллеге   асыҡ сағылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, райондаштарын сираттағы «Хәйбуллаға мәҙхиә» исемле йыйынтығы баҫылыуы менән һөйөндөрҙө.

Әҙәби сараны биҙәп ҡурайҙа Рифат Кускилдин «Урал» көйөн уйнаны, Ағинәйҙәр берекмәһе «Туғандар» йыры менән сығыш яһаны,  «Афғанстан тюльпандары» шиғырын Фәнүзә Бәрәкәтова, «Апайымдар»   шиғырын Рәмилә Рәхмәтова, мәктәп уҡыусыһы Ҡәйепова Алтынай «Үҙ телемдә һиңә өндәшәм» шиғырын һөйләне.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан  ойошторолған яҡташыбыҙҙың ижадына арналған «Ижадында илһөйәрлек рухы»—исемле  китап күргәҙмәһенә байҡау яһалды.

Башҡортостаныбыҙҙың күренекле шағире, яҡташыбыҙҙың ижад шишмәһе тынмауын, киләсәктә лә илһам шишмәләре өҫтәлеп, беҙҙе ҡыуандырып, осорашыуҙар  насип булһын тигән изге теләктә тамамланды сара.

Рәмилә Фәйзуллина, Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәре.

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы.

Автор:
Читайте нас: