“Башҡорт ихаталары” – уникаль программа
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быны республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге өҫтөнлөклө проекттарының береһе тип билдәләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән Башҡортостанда "Башҡорт ихаталары" ихата биләмәләрен төҙөкләндереү программаһы 2019 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Проекттың маҡсаты – күп фатирлы йорттарҙың ихата биләмәләрендә граждандар өсөн уңайлы мөхит булдырыу. Программаның биш йылында 400 мең кеше йәшәгән 1326 ихата төҙөкләндерелгән. Уны тормошҡа ашырыуға финанс сараларының күбеһе республика бюджетынан бүленә.
--2019 йылдан алып Баймаҡ ҡалаһында «Башҡорт ихатаһы» программаһына ярашлы 15 күп фатирлы йорттар алдары ремонтланды. Быйыл Тыныслыҡ, Есенин һәм Чекмарев урамдарында урынлашҡан тағы бер ихата территориялары яңыртылды.
Ремонтланған территорияла яңы урам яҡтыртыу, видеокүҙәтеү системаһы, автопарковка барлыҡҡа килде, подряд ойошмаһы юлдарға асфальт түшәне, йәшелләндереү үткәрҙе, шулай уҡ бында яңы контейнер майҙансыҡтары, заманса һәм хәүефһеҙ балалар майҙансығы ҡуйылды, ә йәшәүселәрҙең уңайлы ялы өсөн экологик материалдарҙан бер нисә эскәмйә ҡуйылды,--тип хәбәр итә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.
--Был программаны хуплайым. Балалар майҙансыҡтары күҙгә күренеп матурлана, бәүелсәктәр, таусыҡ, карусель, ҡаршылыҡтар лабиринты, тренажерҙар менән йыһазландырыла. Майҙансыҡта ял итеү өсөн эскәмйәләр ҙә ҡуйыла. “Башҡорт ихатаһы” – яҡшы программа,--ти йәмәғәт фекере лидеры Ирек Бикмәтов.