Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, спорт объектында стритбол менән шөғөлләнеү өсөн яңы майҙансыҡ (урам баскетболы) барлыҡҡа килгән, уның тирә-яғына ағастар һәм декоратив ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ.
Бынан тыш, төҙөүселәр стадион тирәләй яҡынса 900 метр оҙонлоҡтағы асфальт һуҡмаҡ һалған, шулай уҡ 35 урам лампаһы өсөн урын әҙерләгән.
2023 йылда төҙөкләндереүҙең беренсе этабында стадион биләмәһендә йәшел үҫентеләр ултыртылған, асфальт түшәлгән, яҡтыртыу бағаналары, эскәмйәләр һәм аҫылмалы фонарҙар ҡуйылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибайҙағы «Труд» стадионы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндерелә.
Быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышында республикала спорт инфраструктураһына ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.
– Беҙ инфраструктураға ҙур инвестициялар һалабыҙ – яңы спорт ҡоролмалары һәм объекттары төҙөйбөҙ. Уларҙың нисек һөҙөмтәле эшләтеү хаҡында уйлау мөһим. Һәм һәр ҡайһы бала үҙен ҡыҙыҡһындырған дисциплинаны өйрәнә алыр ине, — тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был беҙ хәл итергә тейешле еңел булмаған проблема.
Шулай уҡ төбәк Башлығы 2030 йылға тиклем Башҡортостандың Үҫеш стратегияһы сиктәрендә муниципалитеттарҙағы спорт объекттарын яңыртыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
– Беҙ республика райондарында спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был бик мөһим. Тап шунда тыуа беҙҙең бөйөк спортсылар, – тине Радий Хәбиров.
Автор: Эдуард Ҡускарбәков