Таҙалыҡ һәм тәртип тупһанан... йәки подъездан башлана
Тәртип тупһанан башлана, тибеҙ. Күп фатирлы йортта йәшәгән осраҡта, әлбиттә, бөхтәлек күрһәткесе – яҡты, йәмле, йыйыштырылған подьезд...
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йәмәғәт киңлектәрен, ихата биләмәләрен төҙөкләндереүгә, подъездарҙы ремонтлауға һәм күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреүгә ҙур иғтибар бүленә.
Республика Башлығы тәҡдиме менән 2019 йылдан күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы эшләй башланы. Уның сиктәрендә 3,5 миллиард һумға яҡынса 8,2 мең подъезды яңыртҡандар. Дөйөм алғанда, 4 меңдән ашыу күп фатирлы йорт тәртипкә килтерелде. 2,7 меңдән ашыу лифтты алмаштырған. Был алдағы биш йыллыҡ кимәленән 2,5 тапҡырға күберәк. Был маҡсаттарға йәмғеһе 22 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Радий Хәбировтың матур башланғысы тотош республика халҡы, шул иҫәптән йылайырҙар араһында ла ҙур хуплау тапты һәм ҡыуанып ҡабул ителде. Йылайыр районында был программа 2019 йылда тормошҡа ашырылды. Махсус комиссия район үҙәгендәге барлыҡ күп фатирлы йорттарҙың подъездарын (ә улар беҙҙә 28) ҡарап сыҡты һәм уларҙың торошон баһаланы. Һөҙөмтәлә, тәү сиратта ремонтта мохтажлыҡ кисергән йорт подъездары билдәләнде. Шулай итеп, 2019 йылда подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһына Йылайыр ауылы Ҡыҙыл партизандар урамындағы 87-се һәм 91-се күп фатирлы йорт подъездары һәм 115-се ятаҡхананың бер подъезы инде.
Комплекслы сара подъезд ишектәрен, иҙәнен алмаштырыу, стеналарҙы һәм түшәмдәрҙе буяу, почта йәшниктәрен, яҡтыртыу приборҙарын, тәҙрәләрҙе яңыртыу, кабель телевидениеһы һәм интернет өсөн һуҙылған сым ҡумталарын алмаштырыуҙы үҙ эсенә алды.
– Заманында ошо программа инеп, подъездарҙа ремонт эшләнеүе бик хуп күренеш. Иң мөһиме, фатир хужалары бөтә төҙөкләндереү эшендә әүҙем ҡатнашты. Әлбиттә, ҡулдарыбыҙға бумала тотоп, буяп, аҡлап йөрөмәнек. Барыһын да махсус ялланған эшселәр башҡарҙы. Ә бына стеналарҙың, иҙәндең төҫтәрен үҙебеҙ һайланыҡ.
Әйтергә кәрәк, ремонт эштәре тиҙ арала башҡарылды, йортта йәшәүселәр бер ниндәй ҙә уңайһыҙлыҡтар тойманы.
Программа артабан да бойомға ашырылһын ине тигән теләктә ҡалабыҙ. Сөнки беҙҙә рәткә килтерәһе подъездар бик күп, – ти ул ваҡытта Ҡыҙыл партизандар урамы, 87-се йортта йәшәүсе Зөбәржәт Салауатова.
Мәғлүмәт һәм фото "Ауыл уттары" гәзитенең Бәйләнештә төркөмөнән алынды