Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
22 Июль , 16:45

ҮҪӘРГӘНДӘР ЙЫЙЫЛДЫҠ

Йылайыр районы Сәләх ауылында Үҫәргәндәр йыйыны үтте.

ҮҪӘРГӘНДӘР ЙЫЙЫЛДЫҠ
ҮҪӘРГӘНДӘР ЙЫЙЫЛДЫҠ

--Йылайыр районы Сәләх ауылында Үҫәргәндәр йыйыны үтте.
Йыйын Ҡәнзәфәр ауыл хакимиәте Үрге Ғәле ауыл хакимиәте менән берлектә ойошторолдо.

Сара ауылға нигеҙ һалыусы Сәләх Мортаевтың йортонда булдырылған музейҙы асыуҙан башланды. Был музейҙы ойоштороуға күп көс һалған Сәләх Мортаевтың ейәнсәре Вәғиҙә Солтанғолова ҙур рәхмәт!
Музейҙың ал таҫмаһын ҡырҡыу хоҡуғы ауылдың ағинәйҙәре Хәмиҙә Йомағужа ҡыҙы мен Фәрзәнә Әбделғәләм ҡыҙына бирелде.

Артабан байрам сараһы "Дуҫлыҡ" паркында дауам итте. Бында Һабыр, Байғужа, Йомағужа ауыл халҡы күргәҙмә ойошторҙо, концерт номерҙары бүләк итте. Ошо йыйын өсөн ижад ителгән "Үҫәргәндәр гимны”н (авторҙары – ауылдашыбыҙ Мотал Рәмов, композитор Азат Исҡужин) ишеттек. Шулай уҡ байрам барышында ауылдарыбыҙҙың үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәребеҙҙе билдәләп, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Йыйындың аҙағында Сәләх Мортаев рухына салынған ҡорбан ашы үтте.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға, килгән ҡунаҡтарға, ойоштороусыларға рәхмәтемде белдерәм! Һәр саҡ шулай йыйылып торайыҡ, берҙәм булайыҡ!--тип яҙа социаль селтәрҙә Ҡәнзәфәр ауылы хакимиәте башлығы Рөстәм Тотманов.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: