АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
11 Июль , 10:30

БАРЫҺЫ ЛА ҠӘНӘҒӘТ!

Бөгөн бында 13 төрлө һөт ризығы етештерелә.

БАРЫҺЫ ЛА ҠӘНӘҒӘТ!
БАРЫҺЫ ЛА ҠӘНӘҒӘТ!

"Һөт ризыҡтары" дәүләт автономлы учреждениеһы республикабыҙҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары буйынса 2019 йылда эш башланы. Проекттың төп маҡсаты—3 йәшкә тиклемге балаларҙы, ауырлы ҡатындарҙы һәм сабый имеҙеүсе йәш әсәйҙәрҙе махсуслаштырылған ризыҡ менән тәьмин итеү.

Сибайҙа "Һөт ризыҡтары"ның таратыу пункты 2020 йылдың ғинуарынан Маяковский урамы, 26 адресы буйынса үҙ ишеген асты. Аҙағыраҡ Ленин урамы, 17 адресында эшләй башланы. Һөт, йогурт һәм эремсекте Белорет ҡалаһынан аҙнаһына ике тапҡыр, йәғни шишәмбе һәм кесаҙна алып килделәр. Ә шул йылдың март айында Чайковского, 13 адресы буйынса ҡалала предприятиеның үҙ тармағы булдырылды. Штатҡа элекке һөт-консерва комбинатының эшселәре алынды.

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев етештереү цехына барып, уларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Учреждение директоры Эльдар Сәйғәфәров предприятиеның бөгөнгө һулышы һәм ассортименттар менән яҡындан таныштырҙы. Бында һөт ризыҡтарының 13 төрө етештерелә. Һөт, эремсек, төрлө тәмдәге йогуртттар, сабыйҙар өсөн ҡоро ҡатышмалар әҙерләнә.

—Һөт кухняһын кире тергеҙеү, әлбиттә, яҡшы һәм кәрәкле идея. Уны алып ҡулланыусылар ҡәнәғәт. Сибайҙа эшләп килеүсе цехтан бөгөн 3 йәшкә тиклемге 2176 бала, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, етем балалар, ауырлы ҡатындар, йәш әсәләр ризыҡ алып ҡыуана. Улар Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура, Баймаҡ райондарында һәм Сибай ҡалаһында йәшәй,—ти  ҡала хакимиәте башлығы Азамат Мырҙағәле улы.

Әгәр һеҙ ҙә "Һөт ризыҡтары" предприятиеһынан бушлай һөт һәм эремсек алырға теләһәгеҙ "Дәүләт хеҙмәте" порталы аша ғариза бирә алаһығыҙ.

Автор:Резеда Валиева