Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
2 Июль , 11:35

Имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Баймаҡ һәм Йылайыр райондары хәрби комиссариатынан 23 призывник әрмегә юлланды.

Имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

--Армияла хеҙмәт итеү - һәр йәш егеттең изге бурысы. Тыуған илде һаҡлау – ҙур хөрмәт кенә түгел, ә ҙур яуаплылыҡ та.
Бөгөн Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары Хәрби комиссариатынан 23 призывниктан торған сираттағы төркөм юлға сыҡты.
Буласаҡ һалдаттарға Ватанға лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәрен теләйем, улар ысын ир-егеттәр булып, ҡыйыу, көслө, үҙҙәрен һәм яратҡан кешеләрен яҡлай алһындар, ә иң мөһиме – улар сәләмәт булып ҡайтыуҙарын теләйем,--тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Автор:
Читайте нас: