+2 °С
Ясна
Ҡаланың "Ҡарауанһарай " тарихи архитектура комплексы менән танышып, мәсеткә инеп, урындағы имамдың вәғәздәрен, дини мәғлүмәттәрен ҡыҙыҡһынып тыңлағандар. Ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап йөрөп, Ырымбур тарихи музейында ла булғандар. "Еңеүселәр ҡоралы " тип аталған пакрты бик оҡшатҡандар.
Урал йылғаһы аша һалынған Европа – Азия күпере буйлап йөрөп иҫтәлеккә фотоға төшкәндәр. "Милли ау ыл"мәҙәни комплексында төрлө милләт вәкилдәренең тарихы һәм мәҙәниәте, этнографияһы, йәшәү рәүеше, кейеме, көнкүреше менән танышҡандар. Ғөмүмән, бер көн эсендә бик матур һәм иҫтәлекле урындарҙа булып өлгөргәндәр. Улар сараны ойоштороусы ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Тотмановҡа оло рәхмәтле.