Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
28 Июнь , 18:05

АҠ ЮЛ ҺЕҘГӘ, УҠЫУСЫЛАР!

Башҡортостанда тантаналы рәүештә аттестаттар биреү бара. Бөгөн 9-сы класты бөтөүселәргә тапшырылһа, иртәгә 11-се класты тамамлаусылар ҡулына таныҡлыҡ ала. Быйыл республикала 50 мең ҡыҙ һәм егет 9-сыны бөтһә, 15 мең уҡыусы - 11-сене.

АҠ ЮЛ ҺЕҘГӘ, УҠЫУСЫЛАР!
АҠ ЮЛ ҺЕҘГӘ, УҠЫУСЫЛАР!

Башҡортостанда тантаналы рәүештә аттестаттар биреү бара. Бөгөн 9-сы класты бөтөүселәргә тапшырылһа, иртәгә 11-се класты тамамлаусылар ҡулына таныҡлыҡ ала. Быйыл республикала 50 мең ҡыҙ һәм егет 9-сыны бөтһә, 15 мең уҡыусы - 11-сене.

 

 Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо уңайҙан әйткән телмәрендә быйыл 100 балға имтихан тапшырыусыларҙың артыуын белдерҙе. Уҙған йыл улар 2 генә булһа, быйыл -11.

--Йөҙ балл йыйыусыларҙың артыуы, олимпиада еңеүселәренең күбәйеүе мөһим, ул лакмус ҡағыҙы кеүек беҙҙең мәғариф өлкәһендәге модернизацияларҙың һөҙөмтәләрен билдәләүсе булып тора,--тине Башлыҡ.—Артабан да эшләйәсәкбеҙ. 31 мәктәпкә капиталь ремонт эшләү бурысы тора, шуның 6-һында быйыл эштәр тамамлана, ҡалғандары киләһе 2025 йылда ремонтланып бөтәсәк. Шулай уҡ 8 мәктәпте сафҡа индереү бурысы тора, 9 мең урынға иҫәпләнгән белем усаҡтары “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә төҙөләсәк.

 

Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, Бөтә Рәсәй олимпиадаһында Башҡортостандан 52 уҡыусы призлы урын алған.

--Республика иң яҡшы унау исемлегендә. 2024 йылда Башҡортостан 10-сы урындан 6-сыға күтәрелде. 10 еңеүсе, 42 призер—был бик яҡшы һөҙөмтә,--тине ул.

 

Ысынлап та, талантлы балалар бик күп. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районында миҙалға бөткән уҡыусылар менән район хакимиәте башлығы осрашты.

--Миҙалға мәктәпте тамамлаусылар—Хәйбулла районы ғорурлығы, мәктәптең, ата-әсәһенең ғорурлығы. Уларҙың әле тормоштарының мөһим этабы: мәктәп йылдары артта ҡала, имтихандар тапшырылған, алда үҙаллы тормош көтә. Бөгөн оло ғорурлыҡ менән беҙ уларға уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн миҙалдар тапшырҙыҡ. Улар өлгәшкән уңыш—айсбергтың бәләкәй генә үре. Киләсәктә тауҙарҙы артылырлыҡ белемдәре булһын, күпкә өлгәшһендәр. Сығарылыш уҡыусыларына уңыштар, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем,--ти Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: