АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
23 Июнь , 18:50

"Ер ҡото" берләштерҙе

Ғафури районының Ташаҫты ауылы янындағы Уҡлығая буйында "Башҡортостан йөрәге" этнокомплексында lll "Ер ҡото" төбәк-ара этномәҙәни-патриотик фестивале уҙа.

Ғафури районының Ташаҫты ауылы янындағы Уҡлығая буйында "Башҡортостан йөрәге" этнокомплексында lll "Ер ҡото" төбәк-ара этномәҙәни-патриотик фестивале уҙа. Уның маҡсаты – Башҡортостан халыҡтарының телен, милли йолалаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, таратыу һәм ижтимағи әһәмиәтен күтәреү. Әммә заманға ҡарап бурыстар ҙа тулылана. Һуңғы йылдарҙа махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына - әсәләренә, ҡатындарына, шулай уҡ яраланып ҡайтып отпускыла булған һәм реабилитация талап ителгән яугирҙәргә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан Республикаһы буйынса "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалы, БР-ҙың Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторған сара өсөнсө йыл үтә. Бынан алда фестивалде Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары ҡабул иткәйне.

Фестивалде асыу тантанаһы Ғафури районынан фольклор коллективтарының театрлаштырылған тамашаһынан башланды. Унан һуң йыйынға фатиха биреү өсөн сәхнәгә Башҡортостан мосолмандары диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин һәм башҡа дин әһелдәре саҡырылды. Айнур Бирғәлин, еребеҙ ҡотло, бәрәкәтле булһын тигән теләк теләп, Ҡөрьәндән "Әл-Фатиха" сүрәһен уҡығас, урындағы имамдар һүҙ алды. Улар ҙа сүрәләр уҡып, сараның яҡшы үтеүен теләне.

Быйылғы фестивалгә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов килде. Азат Шамил улы, "Ватан һаҡсылары" фондының республика филиалы етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов тантанала сығыш яһаны.

- Хәйерле көн, туғандар, ырыуҙаштар. Бөтәгеҙҙе лә ошо күркәм байрам менән тәбрикләйем. Был сараны ысын мәғәнәһендә ер ҡото тип әйтергә була, сөнки фестиваль ҡотло урында үтә, Ғафури районы - иң матур төбәктәрҙең береһе. Фестиваль икенсе тапҡыр махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам билдәһе аҫтында уҙа. Был эштә ҡатнашҡан бөтә белгестәргә, шул иҫәптән имселәргә лә ҙур рәхмәт. Бында минең туғандарым ултыра, - тине Азат Шамил улы, беренсе рәттә теҙелеп киткән яугирҙәргә төбәп, - Һәләк булған геройҙарҙың ата-әсәләре алдында баш эйәм.

 Артабан Азат Шамил улы, Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, бер төркөм яугирҙәрҙе генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләне. Наградаларҙы Әбйәлил районынан Азамат Амангилдин, Салауат ҡалаһынан Виктор Батурин, Мәләүездән Илдус Кәримов, Ҡырмыҫҡалынан Ринат Йәрмөхәмәтов алды. Һәләк булған улының миҙалы Ғафуриҙан Фәнил Бикташевтың әсәһенә тапшырылды.

Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы матур сара менән тәбрикләп:

- Беҙ йолаларыбыҙҙы, тамырҙарыбыҙҙы һаҡлап, ҙур эш башҡарабыҙ. Бөгөн Рәсәй яҙмышы менән йәшәйбеҙ. Беҙҙең яугирҙәребеҙгә иңебеҙҙе ҡуйыр өсөн берләшкәнбеҙ. Уларға һәм уларҙың ғаиләһенә ярҙам итәбеҙ. "Ер ҡото" бөтәбеҙҙең дә эштәребеҙгә дәрт өҫтәһен. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ. Байрам менән! - тине һәм бер төркөм яугирҙәргә Фондтың Рәхмәт хаттарын, ә ысын патриоттар, Тыуған илде ҡайнар һөйгән батыр улдар үҫтергән өсөн әсәләргә миҙалдар һәм ғаиләләргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Шулай уҡ төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Дүртөйлө ҡалаһынан 4-се класты тамамлаған Инсаф Ҡужин - һәләк булған Эрик Ҡужиндың улы ла бүләкһеҙ ҡалманы.

"Ғаилә бүлмәһе" тип аталған түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сүйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, "Ватан һаҡсылары" фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов һәм Айнур Бирғәлин ҡатнашты.

Азат Шамил улы иң беренсе  махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә һәм ветерандарға мөрәжәғәт итеп, уларға барлыҡ ярҙам күрһәтеләсәген билдәләне. Эшкә урынлашыу булһынмы, реабилитация мәсьәләләрен хәл итеүме, башҡа төрлө ярҙаммы - бөтә һорауҙарҙы туранан-тура биреүҙәрен һораны һәм үҙенең телефон номерын бирҙе.

Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы махсус хәрби операция осоронда бөтәһенең - власть органдарының, йәмәғәт ойошмаларының, айырым кешеләрҙең, ирекмәндәрҙең берләшеүен билдәләне. Яугирҙәрҙең реабилитация осоронда төрлө белгестәргә мохтаж булыуы, шул мәлдә табиптарҙың, психологтарҙың, им-томсоларҙың дәррәү күтәрелеп ярҙам итеүе мөһим икәнен белдерҙе.

Айнур Бирғәлин һуғыш осоронда ауыр мәлдәрҙе үткәреп ебәреүҙә диндең әһәмиәте, файҙаһы ҙурлығын белдерҙе. Яу ҡырында дини ғәмәлдәрҙе үтәү нескәлектәренә лә туҡталды. Шулай уҡ яугирҙәрҙе дин әһелдәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тартынмаҫҡа саҡырҙы.

Фәнзил Сыңғыҙов Ғафури районынан булған махсус хәрби операция яугирҙәренең хәле, һәләк булғандарҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам, геройҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса күрелгән саралар хаҡында һөйләне.

Илнур Илдар улы республиканың Мәҙәниәт министрлығының мәҙәни лә, гуманитар ҙа миссияларын телгә алып, махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына булышлыҡ итеүҙәрен һөйләне. "Беҙ һеҙҙең таянысығыҙ булырға әҙербеҙ, бөтә мәҙәни сараларға бушлай билеттар ҡалдырабыҙ", - тине.

Артабан һүҙҙе яугирҙәр һәм уларҙың туғандары алды. Иң беренсе Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың атаһы Айса Илһамов сығыш яһап:

- Бөгөн улымдың тыуған көнө. Уға 30 йәш тулыр ине, - тине.

Ул МХО-ла ҡатнашыусылар тураһында сыҡҡан китапты  Азат Бадрановҡа бүләк итте һәм улы тураһында китап сығарыуға ла булышлыҡ итеүҙе үтенде. Азат Шамил улы "Китап" нәшриәтенә эште контролгә алыуҙы, көҙ көнө был мәсьәләне күтәреү кәрәклеген йөкмәтте.

Шунан һүҙҙе Таминдар Ғәлиуллиндың әсәһе Дилә Ҡасим ҡыҙы алды һәм улының һуңғы алышын тәфсирләп һөйләне. Әсә ҡайғыһын йәмәғәт эше менән баҫыуын билдәләне. Ул - "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы координаторы. Үҙе кеүектәргә, яуҙан ҡайтҡан яугирҙәргә булышлыҡ итә. Уның ҡул аҫтында 500-ҙән ашыу кеше. "Уларға ярҙам талап ителә, әммә республикала реабилитация үҙәктәре етешмәй, был мәсьәләне нисек хәл итергә була?" - тигән һорау бирҙе.

Азат Бадранов, реабилитация буйынса Оборона министрлығында эш бара, тиҙҙән хәл ителгән мәсьәләләр хаҡында иғлан итербеҙ, тип яуап бирҙе. Гөлнур Ҡолһарина ла реабилитация, социалләштереү мәсьәләләрендә алға китеш буласаҡ, тип ышандырҙы.

Евгений Драгуновский, Самат Мостаев, Альберт Байковтың әсәйҙәре улдарының иҫтәлеген мәңгеләштереү, ҡараусыһыҙ ҡалғандарға пенсия юллау, ғөмүмән, социаль хәстәрлек мәсьәләләрендә булышлыҡ итеүҙе һораны.

Яугирҙәр үҙҙәре лә төрлө социаль мәсьәләләрҙе күтәрҙе.Уларҙың бөтәһе лә контролгә алынды.

Дөйөм алғанда, фестиваль патриотик тойғолар менән һуғарылып, күтәренке лә, бер аҙ һағышлы ла, әммә эшлекле мөхиттә үтте.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор: