--Бөтә ауыл менән тәбиғәт ҡосағына сығып әруахтарға аят уҡытыу Оло Әбеш ауылында йылда үткәрелә һәм күптән инде матур йолаға әүерелгән. Бына бөгөн дә ауыл халҡы йәмле Арба йылғаһы буйына йыйылды. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың, иҫән ҡайтып та хәҙерге ваҡытта арабыҙҙа булмаған һуғыш һәм тыл ветерандарының, ауыл зыяратында ерләнгән ауылдаштарыбыҙҙың, махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың яҡты рухтарына бағышлап аяттар уҡыттыҡ. Аяттарыбыҙ ҡабул булһын!
Ошо изге табыныбыҙҙа ҡорбан итенән ауыҙ итергә лә насип булды, иншаллаһ. Ауылыбыҙҙың кейәүе, билдәле йырсы Илнур Лоҡманов үҙенең, ғаиләһенең һаулығына бағышлап салдырған ҡорбан итенән уңған хужабикәләр тәмле итеп аш бешерҙе. Ә уның ҡайныһы менән ҡәйнәһе- Рәмил һәм Мәҙинә Рәшитовтар матур сәй табыны ойошторҙо.
Фәнил Әбделмәновтың шиғырҙарын, Морат Ибраһимовтың, Факил Әбделмәновтың, Дамир Исмәғилеватың моңло йырҙарын, Земфира Исмәғилеваның мөнәжәттәрен тыңлап, иҫтәлектәр менән бүлешеп, фотоға төшөп таралыштыҡ. Теләктәребеҙ изге, уйҙарыбыҙ яҡты булғас, Хоҙай ҙа риза булғандай, ямғырын бүләк итте, - тип хәбәр итә әбештәр.