АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
5 Июнь , 15:50

МАНАРАҒА - ГРЕЦИЯ МӘРМӘРЕ

Өфөнөң Әр-Рәхим мәсетенә манаралар өсөн Грециянан мәрмәр килтерелде

МАНАРАҒА - ГРЕЦИЯ МӘРМӘРЕ
МАНАРАҒА - ГРЕЦИЯ МӘРМӘРЕ

Өфөнөң Әр-Рәхим мәсетенә манара төҙөү эшен тамамлау өсөн грек мәрмәренән эшләнгән изделиеларҙың беренсе партияһы килтерелде. Тиҙҙән фасадты биҙәү башлана. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин хәбәр итеүенсә, тағы ла алты йөк машинаһы мәрмәр килтерергә тейештәр.

- Күңелдә шатлыҡ һәм рәхмәт хистәре, сөнки беҙ тарихи ваҡиғаның шаһиттары булып торабыҙ. Тормошобоҙҙа ике бөйөк байрам - Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары бар. Тап һуңғы Ураҙа байрамы ваҡытында хөрмәтле Радий Фәрит улының тырышлығы менән Әр-Рәхим мәсете төҙөлөшө әүҙемләште. Бына бөгөн Ҡорбан байрамы алдынан мәрмәрҙең тәүге партияһын ҡаршы алабыҙ, - тип хәбәр итте мөфтөй Айнур Бирғәлин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров Ураҙа байрамы уңайынан социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Әр-Рәхим мәсетендә тикшеренеү һәм юридик эштәрҙең тамамланыуы, проект-смета документацияһын тулыһынса тергеҙелеүе һәм уның экспертиза үтеүе тураһында яҙғайны.

Мәсет төҙөлөшө барышын Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының рәсми ресурстарында күҙәтеп барырға мөмкин.

Автор: