Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
17 Май , 16:40

АУЫЛЫМ БИҘӘКТӘРЕ

Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында "Ауылым биҙәктәре - Күгиҙелем ҡыҙҙары" тигән сара үткән.

АУЫЛЫМ БИҘӘКТӘРЕ
АУЫЛЫМ БИҘӘКТӘРЕ

--Сараны ауылыбыҙҙың мәғариф ветераны, ағинәйҙәр ойошмаһы райесе Сания Әхмәтзыя ҡыҙы асты. "Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары батыр ҙа, сая ла, эшсән дә, уңған да. Шуға ла улар бер ауырлыҡтан да ҡурҡмай, гөрләтеп донъя көтәләр. Күптәргә өлгө булып йәшәйҙәр"- тине ул үҙ телмәрендә. Үҙе яҙған матур шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Сәлимә инәй Яманғолова үҙенең кейәүгә сыҡҡан ваҡыттағы иҫтәлектәре менән бүлешһә, Нурия инәй Асылбаева ғаиләләрендә ниндәй аш-һыуға өҫтөнлөк бирелеүен һөйләп үтте. Рәшиҙә инәй Багауитдинова "Һеҙ ниндәй ҡәйнә?"- һорауына матур яуаптарын биргәндән һуң "Илсе Ғайса" йырының тарихын һөйләп йырлап ишеттерҙе. "Ауыл ҡатын-ҡыҙының бер көнөн" Айгөл апай Мәһәҙиева бик ентекле итеп таныштырҙы. Сәкинә инәй Кәримова гел эштән генә тормай ҡатын-ҡыҙ тормошо, йырлап-бейергә лә ваҡыт табабыҙ тип "Таштура" йырын тәҡдим итте. Иң йәш ауыл ҡыҙы-килене Альбина Нарынбаева ҡәйнә йортона килен булып төшкән ваҡытындағы уй-хистәрен, рәхмәт һүҙҙәрен һөйләһә, Ейәнсура районына кейәүгә сыҡһа ла тормош иптәше менән ауылда төпләнгән Фирүзә апай Янбаева үҙ яҙмышын бәйән итте. Сара һуңынан ауыл старостаһы Илсур Бикйән улы һәм Марат Көсөкбай улы рәхмәт һүҙҙәрен әйттеләр.
Сарала ҡатнашҡан ауылдаштарға, ҡарап ултырыусы тамашасыларға, гармунсы Данил ағай Сирусинға, бейегән-йырлаған ҡыҙҙарға, бешеренгән апайҙарға, ҡатнаша алмаһа ла күстәнәсен ебәреүсе Дамира апай Сәғитоваға, бөтә яҡтан да ярҙам итеүсе Альбина һәм Азамат Нарынбаевтарға оло рәхмәтемде еткерәм,--ти ауыл китапханасыһы Әлиә Дауытбаева.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: