Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
15 Май , 14:30

ҠАРТАТАҺЫ ХӨРМӘТЕНӘ ПРЕМИЯ ТАПШЫРА

Мерәҫ мәктәбе директоры Ҡәмәриә Нәҙербаева ҡартатаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхөтдин Байрамғолов хөрмәтенә премия булдырған һәм уны йыл да иң күп "5" алған уҡыусыларға тапшыра.

ҠАРТАТАҺЫ ХӨРМӘТЕНӘ ПРЕМИЯ ТАПШЫРА
ҠАРТАТАҺЫ ХӨРМӘТЕНӘ ПРЕМИЯ ТАПШЫРА

--Бөйөк Еңеү килеүенә тос өлөш индереүсе, бөгөнгө бәхетле тыныс тормошобоҙҙо яулап, балаларыбыҙға бәхетле бала саҡ бүләк итеүсе, уҡыусыларға тыныслыҡта матур йылы мәктәптәрҙә, өҫтәре бөтөн, тамаҡтары туҡ булып рәхәтләнеп, тырышып белем алырға мөмкинлектәр булдырыусы миллионлаған хөрмәтле ветерандарыбыҙҙың береһе, Баймаҡ районы Мерәҫ ауылының Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Байрамғолов Мөхөтдин Фәхретдин улы иҫтәлегенә ейәнсәре - башланғыс класс уҡытыусыһы, Мерәҫ мәктәбе директоры, 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған Нәҙербаева Ҡәмәриә Арслан ҡыҙы йыл һайын исемле премия тапшыра. Уны ғинуар айынан 9 майға тиклем иң күп "5"- ле алыусы уҡыусыларға тапшыра.
Быйыл 103 "5"- ле алыусы Әйүпов Заһир һәм 98 "5"- ле алыусы Әлибәков Искәндәр премияны алыуға өлгәштеләр.
Хөрмәтле ветерандарыбыҙға арналған байрам сараһында уҡытыусылары уҡыусыларына тырышлыҡ, һаулыҡ теләп Маҡтау ҡағыҙы һәм аҡсалата премия тапшырҙы.
Ҡәмәриә Арслан ҡыҙының уҡыусыларҙы уҡыуға дәртләндереүе ҡартатаһы иҫтәлегенә оло хөрмәт күрһәтеүе күптәргә өлгө булып тора,--тип яҙа китапханасы.Рафиға Ғазина.

Автор:Резеда Валиева