--Тереләрҙең ҡәҙерен бел - үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ. Юлдыбай ауыл биләмәһендә йыл һайын яҙ көнө урындағы мосолман зыяратында өмә яһап, уны таҙартыу йолаға әйләнеп бара. Быйыл ауылыбыҙҙың ир-егеттәре был изге эшкә үҙ теләктәре менән бик әүҙем ҡатнаштылар. Берҙәм булып тал-сыбыҡтарҙы, ағастарҙы киҫеп, тырмалар менән ҡороған үләндәрҙе йыйып түктеләр. Бында һәр кемдең вафат булған туғандары, яҡын кешеләре ерләнгән. Баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең был донъялағы һуңғы урыны ул - зыярат. Беҙҙең изге бурысыбыҙ-яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ ятҡан урындарын таҙартыу, тәртиптә тотоу. Өмәлә ҡатнашҡан барлыҡ ир-егеттәргә ҙур рәхмәт! Эштәрегеҙҙә уңыштар, үҙегеҙгә, ғаиләгеҙгә һәм яҡындарығыҙға бөтмәҫ һаулыҡ теләйбеҙ,--тип яҙа социаль селтәрҙә Юлдыбай ауыл хакимиәте башлығы Илнур Ҡорбанғәлиев.