Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
2 Май , 16:25

Стәрлетамаҡта ике автобус ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә пассажирҙар зыян күргән

Стәрлетамаҡта дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике автобус ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, авария бөгөн иртәнге сәғәт 9 тирәһендә Хоҙайбирҙин урамындағы «Башҡорт гимназияһы» туҡталышы янында теркәлгән. «ПАЗ» автобусы водителе юл ыңғай барған «ГАЗель Некст» менән бәрелешкән. «ГАЗел»дең ике пассажиры дауаханаға оҙатылған.

Ике автобус та маршрутҡа сыҡҡан, «ГАЗел»дә — 20, «ПАЗ»да 10 пассажир булған.

Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, кисә Өфөлә дүрт машина ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-05-02/v-bashkirii-v-dtp-s-dvumya-avtobusami-postradali-passazhiry-3750026

Автор:
Читайте нас: