—Мирхәт Рәфҡәт улы, башлыҡ вазифаһын күптән башҡараһығыҙмы? Һеҙҙең ҡарамаҡҡа ниндәй ауылдар ҡарай? Халыҡ нисек көн күрә?
—Биләмә башлығы булып эшләүемә 2 йыл. Юлыҡ ауылынан йөрөп эшләйем. Биләмәлә, йәғни Йомаш һәм Юлыҡ ауылдарында йәмғеһе 520 өй, 1100 кеше иҫәпләнә. Халыҡ урмансылыҡ, игенселек, малсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә, йылҡы көтә, ҡымыҙ етештерә. Мәҫәлән, Хәй-ҙәр Килдеғошов—игенселек, Арыҫлан Иҫәнов—малсылыҡ һәм игенселек, Салих Барлыбаев игенселек һәм пилорама эше менән булыша. Юлыҡта Борис Миңлебаев—игенселек, малсылыҡ, Дилүзә Маннапова игенселек менән шөғөлләнә. Улар—беҙҙең терәгебеҙ. Һәр сарала бағыусылыҡ күрһәтәләр.
—Ауылдарҙа социаль объекттар бармы, эшләйме?
—Йомашта—11 йыллыҡ, Юлыҡта 9 йыллыҡ мәктәп эшләй. Ике ауылда ла мәсет, фельдшер-акушер пунк-ты, почта бүлексәһе, клуб бар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр ауылда ҡала һалып бармай. Шунлыҡтан балалар һаны аҙ. Йомашта—44, Юлыҡта 55 уҡыусы иҫәпләнә.
—Ҡайһы ғына ауылға барһаҡ та бушап ҡалған, емерелеп торған йорттар бар. Һеҙҙә улар күпме? Ауылды йәмһеҙләп торған иҫке өйҙәрҙе ни эшләтәһегеҙ?
—Ике ауылда 80-ләп өй буш тора. Әллә ни ҡарауһыҙ торғандары юҡ. Янғындан һуң ҡалған берәүһендә ауыл егеттәре менән өмә үткәреп, 12 йөк ҡый түктек.
—Бындай эште кәңәш-ләшеп эшләйһегеҙҙер?
—Эйе. Йомашта 7 округ, 7 депутат бар. Юлыҡта 3 округ. Йыйылып, ҡарар сығарып, бергәләп эшләйбеҙ. Округ, урам байрамдары үткәрәбеҙ, өлгөлө йорттарҙы билдәләйбеҙ. Уҙған йыл Юлыҡтың өс урамына яҡтылыҡ төшөрөлдө, Йомашта газ үтә башланы. Үткән йыл Юлыҡ “Сәләмәт ауыл” конкурсында ҡатнашып, 20 мең аҡса алыуға өлгәшкәйне. Шул аҡсаға кәртәләү материалдары алып, аллея булдырҙыҡ, ағастар ултырттыҡ. Әле көҙөн тағы материалдар алдыҡ, яҙ етеү менән 7 шишмәне кәртәләүгә тотонмаҡсыбыҙ. Йәй “Ҡаҡай”, “Яманташ” ҡоҙоҡтарын таҙалап, өмә үткәргәйнек. Элекке сығарылыш уҡыусылары осрашыуҙар үткәргәндә ауылға бүләк эшләп тора. Шулай “Мин һине яратам, Йомаш” арт-объекты, аллеялар барлыҡҡа килде, шыршылар ултыртылды. 2007 йылғы сығарылыш стадионға сәхнә эшләне. Уны кәртәләтеп, буяп ҡуйҙыҡ. Бында төрлө саралар, дискотекалар үтә. Уларға рәхмәтлебеҙ. Яҙ һайын Һаҡ-мар, Кеүәшле, Мағаш, Төгән йылға-лары ярында өмәләр ойошторабыҙ.
—Яңы йылды, ҡарлы ҡышты ни-сек ҡаршы алдығыҙ?
—Стадионға оҫта ҡуллы ир-егеттәр һындар эшләне, ағинәйҙәр театр-лаштырылған тамашала ҡатнашып, Яңы йылды барса халыҡ менән күңелле ҡаршы алдыҡ. Ҡарлы ҡыштар беҙҙе ҡурҡытмай. Урындағы башланғысты яҡлау программаһында ҡатнашып алған МТЗ-80 тракторыбыҙ бар. Бынан тыш, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Борис Миңлебаев ярҙам итә. Юлдар ҡырылып, таҙартылып тора.
—Һәр ерҙә махсус операцияла-ғы егеттәргә ярҙам итеү эше киң йәйелдерелгән. Һеҙҙә был йәһәттән хәлдәр нисек?
—Беҙҙең биләмәнән бер егет мобилизацияға эләкһә, берәү үҙ теләге менән китте. Шулай ҙа беҙҙеке, икенсе ауылдыҡы тип тормайбыҙ. Тыуған илебеҙ берәү һәм ул уртаҡ, егеттәр уны үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып һаҡлай. Быны халыҡ аңлап ҡабул итә, мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша. Ҡатын-ҡыҙҙар йылы ойоҡтар, бейәләйҙәр бәйләй, бергәләп аҡса йыйып кәрәк-яраҡ алабыҙ. Уҙған йыл фермер Арслан Иҫәнов мал һуйып биргәйне, унан ҡатын-ҡыҙҙар тушенка әҙерләп оҙатты. Быйыл Борис Миңлебаев һыйыр һуйып бирергә ниәтләнде. Яҡын көндәрҙә егет-тәргә йәнә тушенка әҙерләп, башҡа кәрәк әйберҙәрен ҡушып ебәрергә уйлайбыҙ.
—Киләсәккә пландар ниндәй?
—Әле ауылдарҙа шахмат-шашка, волейбол уйындары бара. Мөмкин тиклем халыҡты сәләмәт тормошҡа, спортҡа ылыҡтырырға ниәт. Яҙын һәм йәйен аллеялар һанын арттырып, ағастар ултыртып, өмәләр үткәреп, шишмәләрҙе кәртәләп, тыуған ауыл-ды йәмләргә тырышасаҡбыҙ. Иң мө-һиме—донъялар тыныс торһон!
Резеда Усманова.