Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
15 Март , 09:35

ПОЛИКЛИНИКАҒА - ЯҢЫ АВТОМОБИЛЬ

Үҙәк ҡала дауаханаһының автопаркы лизинг программаһы буйынса һатып алынған яңы "Лада Гранта" автомобилдәре менән тулыланды

ПОЛИКЛИНИКАҒА - ЯҢЫ АВТОМОБИЛЬ
ПОЛИКЛИНИКАҒА - ЯҢЫ АВТОМОБИЛЬ

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 163 яңы машина бирелде. Улар араһында Баймаҡ дауаханаһы ла бар. 


--Үҙәк ҡала дауаханаһының автопаркы лизинг программаһы буйынса һатып алынған яңы "Лада Гранта" автомобилдәре менән тулыланды.

Яңы автомобилдәр медицина ярҙамының сифатын яҡшыртырға,
ауырлы ҡатындарҙы Өфөгә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алып барып еткерергә мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә районыбыҙҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!--тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлғы Фәнис Әминев.

Автор:Резеда Валиева