Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Март , 19:35

ОСРАШЫУ ФӘҺЕМЛЕ БУЛДЫ

Бөгөн Баймаҡ районы Сыңғыҙ мәктәбе уҡыусылары яу яланынан ялға ҡайтҡан табип Алһыу Ғибат ҡыҙы менән осрашты.

ОСРАШЫУ ФӘҺЕМЛЕ БУЛДЫ
ОСРАШЫУ ФӘҺЕМЛЕ БУЛДЫ

--Бөгөн Сыңғыҙ мәктәбендә ауылдашыбыҙ , хәрби хәрәкәт ветерандарының төбәк ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостан республикаһының йәмғиәт палатаһы ағзаһы Тимерйән Рәжәп улы Рәжәпов һәм Буранбай ауылының оло йөрәкле, ҡыйыу ҡыҙҙарының береһе, ваҡытлыса ялға ҡайтыусы -Алһыу Ғибат ҡыҙы менән осрашыу үтте. Ҡунаҡтарыбыҙҙың сығышын тыңлағандан һуң , уҡыусылар үҙҙәренең һорауҙарын биреп, яуап алдылар. Филиал етәксеһе Рәйлә Базарбай ҡыҙы осрашыуҙы бик йәнле итеп алып барҙы.Бындай осрашыуҙарҙың уҡыусыларҙа Тыуған илебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиләүҙә әһәмиәтлелеген билдәләп үтте. Арҙаҡлы композиторыбыҙ Х.Әхмәтов музейына экскурсия, иҫтәлеккә фото төшөү һәм сәй табыны ҡунаҡтарыбыҙҙың күңеленә хуш килгәндер.
Шулай уҡ, ауылдашыбыҙ балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен бүләк- уйынсыҡтар менән ҡыуандырҙы. Ошо сарала әүҙем ҡатнашҡан, Таулыҡай ауыл советы рәйесе Ҡәйүм Рәжәп улы, махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙға ылау әҙерләп,кәрәк-яраҡтар менән ярҙам иткән ауыл халҡына, ауылдан ситтә йәшәгән ауылдаштарға, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Алдағы көндәрҙә лә ойошторолоусаҡ сарарларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Артабан да шулай һәр ваҡыт берҙәм, дуҫ-татыу булайыҡ. Алһыуҙың: «Тыуған яҡтан алған күстәнәстәр, хаттар,әйберҙәр,йылы ойоҡбаштар,бирсәткәләр беҙҙең аяҡ-ҡулдарыбыҙҙы ғына йылытып ҡалмай, ә йәндәребеҙгә лә шифа, дауа булып ҡала.Беҙ уларҙан үҙебеҙгә көс алабыҙ!”-тигән һүҙҙәрен тыныс күңел менән тыңлап булмай. Һәммәбеҙгә лә һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйем. Илдә тыныслыҡ урынлашып, ул-ҡыҙҙарыбыҙ иҫән-һау ҡайтып, ҡыуаныста-шатлыҡта осрашырға яҙһын!--тип яҙалар Сыңғыҙ ауылы мәктәбенән.

Автор:Резеда Валиева