Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Март , 08:20

БАҪМАЛАРЫ ЯҢЫРҘЫ

Һаҡмар аша аҫылмалы баҫма һалыныуға 55 йыл булып киткән һәм ул  хәүеф тыуҙырған. Әле килеп депутаттар, эшҡыуарҙар ярҙамы менән ауыл ир-егеттәре яңы баҫма эшләгән. Афарин, буранбайҙар!

БАҪМАЛАРЫ ЯҢЫРҘЫ
БАҪМАЛАРЫ ЯҢЫРҘЫ

--Кисә Буранбай ауылы халҡы күмәк көс менән артабанғы ҡулланылышта хәүефле тип һаналған ( бигерәк тә яҙғы ташҡын мәлдәрендә) баҫманы яңыртып эшләне. Изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә ир - егеттәр генә түгел, ҡатын - ҡыҙҙар ҙа ҡушылды. Улар өмәселәрҙе йылы сәй менән һыйланы.
Ауыл биләмәһе башлығы Ҡ.Р.Уразбаев баҫма һалыу эшен ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән Фәннүр Фәррәх улы Аралбаевҡа, депутаттарға, эшҡыуар М.Б.Рәжәповҡа, Б.М.Рәжәповҡа, техника һәм яғыулыҡ материалдары менән тәьмин итеүсе Ленин ис.ауыл хужалығы етәксеһе Ғ.Б.Сәлимовҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Афарин, буранбайҙар! Һәр саҡ шулай бергә һәм берҙәм булығыҙ! Әлеге яңы баҫма һеҙгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен!--тип хәбәр итә Баймаҡ телевидениеһы хәбәрсеһе, Буранбай ауылы ҡыҙы Альбина Байегетова.

Автор:Резеда Валиева