Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
19 Февраль , 15:20

"КЕЙЕҘЛЕ ӘКИӘТ" ОҠШАНЫ

Башҡортостан Республикаһы Башлыѓы гранттары фонды конкурсына Сибай ҡалаһында урынлашҡан "Ғаилә" көньяҡ- көнсығыш район-ара үҙәге методисы Зилә Фазулла ҡыҙы Ильясова "Кейеҙле әкиәт" исемле проект тәҡдим итеп, еңеүгә өлгәште.

"КЕЙЕҘЛЕ ӘКИӘТ" ОҠШАНЫ
"КЕЙЕҘЛЕ ӘКИӘТ" ОҠШАНЫ

Проектты тормошҡа ашырыу барышында ике йәш төркөмөндә--7 йәштән 10 йәшкә тиклем һәм 11 йәштән 16 йәшкә тиклемгеләргә ауыҙ-тел ижады үрнәктәренә бәйләп дәрестәр үткәрҙек. Унда Сибай ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр социаль приют балалары ла ҡатнашты. Дәрестәрҙә уҡыусылар мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, әкиәттәр, риүәйәттәр, йырҙар һәм, әлбиттә, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тәрәнерәк өйрәнде. Айырыуса, проектҡа ярашлы, боронғо шөғөлдәрҙең береһе—кейеҙ баҫыуға, йөн әйберҙәр эшләүгә иғтибар бүлдек. Был тәңгәлдә беҙгә Сибай ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Ласынова Лилиә Арыҫлан ҡыҙы ярҙам итте. Уның оҫталыҡ дәресендә шуны белдек: кейеҙ баҫыу эше ҡоро һәм һыу ярҙамында башҡарыла. Икенсе ысулда һабын һәм һыу ҡулланыла, кейеҙ көс ярҙамында баҫыла. Был–классик алым.
Проект барышында йөндән бик күп әйберҙәр эшләүгә өлгәштек: сәскәләр, сувенир-быймалар, картиналар, муйынсаҡ, брошь, башҡорт халҡының үҙенсәлекле орнаменттары һалынған түбәтәйҙәр, ултырғыс түшәктәре, панно һәм башҡалар. Балалар ҙур ихласлыҡ, иғтибарлылыҡ менән кейеҙ баҫыу серҙәренә өйрәнде.
"Кейеҙле әкиәт" проектын тормошҡа ашырыуға ярҙам итеүсе "Ғаилә" көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге директоры Лариса Валерьевна Таёкинаға, "Ғаилә" көньяҡ- көнсығыш район-ара үҙәге методисы Азалия Марат ҡыҙы Абдрахмановаға, өҫтәмә белем биреү педагогы Светлана Степановна Хәмитоваға, проект бухгалтеры Әнисә Әхмәр ҡыҙы Дәүләтбаеваға, балаларға, ата-әсәләргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.


Луиза Ғәҙелшина, уҡытыусы-дефектолог.

Автор:Резеда Валиева