Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
16 Февраль , 10:45

Уҡыусылар проект әҙерләй

Заман менән бергә атлар өсөн мәктәптә алдынғы технологиялары булған информатика кабинеты булдырыу бик мөһим.

Уҡыусылар проект әҙерләй
Уҡыусылар проект әҙерләй

Беҙ, Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы мәктәбе уҡыусылары, "Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау" конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙек. Конкурста ҡатнашыу өсөн беҙ төрлө проекттар алдыҡ. "Ял зонаһы", "Заманса химия кабинеты", "IT кабинеты" , "Матур ашхана", "Лингафон кабинеты", "Актовый зал". Мәктәптең ихтияжынан сығып, беҙ "ITкабинет" исемле проектты бер тауыштан һайланыҡ. Ысынлап та, бөгөнгө көндә тормошто интернетһыҙ, компьютерһыҙ, кәрәҙле телефонһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Заман менән бергә атлар өсөн мәктәптә алдынғы технологиялары булған информатика кабинеты булдырыу бик мөһим. Заманса ҡоролған информатика кабинеты күп мәсьәләләрҙе ыңғай яҡҡа хәл итәсәк! Конкурста еңеүебеҙгә ышанабыҙ!

 

Ләйсән Юлгилдина.

Автор:Резеда Валиева