Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
16 Февраль , 20:00

АТИНГӘНДӘР ДИНАРҘЫ ОНОТМАҪ

Динар Билалов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

АТИНГӘНДӘР ДИНАРҘЫ ОНОТМАҪ
АТИНГӘНДӘР ДИНАРҘЫ ОНОТМАҪ

Хәйбулла районы Атингән ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булыусы Динар Билалов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Сарала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов, батыр егеттең туғандары, яҡындары, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм барса ауыл халҡы ҡатнашты.

--Геройҙар беҙҙең арала йәшәй. Динар ҙа шуларҙың береһе ине. Ул яҡшы ул, ир, ағай, дуҫ булды. Динар ҡыҫҡа ғүмер юлы үтте, әммә лайыҡлы үтте һәм мәңгелеккә беҙҙең өсөн герой булып ҡала,--тине район башлығы.

Динар Байрас улы мобилизация башланғас, Ватан һағына баҫа. 428-се мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә.

2023 йылдың декабрендә хәрби операция мәлендә һәләк була. Үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән наградлана.

 


Автор:Резеда Валиева