Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Февраль , 10:15

КИТАП БУЛҺЫН БҮЛӘГЕМ!

"Ике ауылды бер тау ғына бүлә. Әммә ул дуҫлыҡҡа кәртә була алмай",--ти яйыҡбайҙар.

КИТАП БУЛҺЫН БҮЛӘГЕМ!
КИТАП БУЛҺЫН БҮЛӘГЕМ!

Бығаса Түбәнге Яйыҡбай ауылы "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеү яулаһа, әле Үрге Яйыҡбай еңеүгә ынтылып, конкурста ҡатнаша. Еңеүсе күршеләре уларға бары уңыштар теләй.

Әйткәндәй, 14 февраль-- Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө билдәләнә.
Ошо айҡанлы Түбәнге Яйыҡбай ауылы активистәре - Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы Хәсәнова, Рәйлә Хәмзә ҡыҙы Йәһүҙина, Рәил Хәсәнов һәм Рәүеф Хәмзин VIII Бөтә Рәсәй «ҺӨЙӨҮ МЕНӘН КИТАП БҮЛӘК ИТЕГЕҘ -2024» акцияһына әүҙем ҡушылып, Үрге Яйыҡбай ауылы китапханаһына өр-яңы китаптар бүләк итте. 

--Беҙ Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы менән күршеләр, ут күршеләр. Ике ауыл ғүмер-ғүмергә дуҫ-татыу йәшәй, ҡоҙа-ҡоҙағый булышалар, туйҙар үткәрәләр. Ике ауылды бер генә тау айырып тора, әммә был ысын дуҫлыҡҡа кәртә була алмай. Түбәнге Яйыҡбай халҡы үргеләрҙең "Айыҡ ауыл"да ҡатнашыуын ҡыуанып ҡабул итте һәм ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итә. Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы. Сираттағы акцияға ҡушылып, кисә улар оло һөйөү менән ут күршеләренә китап бүләк итте һәм еңеү теләне,--ти Рәүилә Хәсәнова.

Афарин, яйыҡбайҙар!

Автор:Резеда Валиева