Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
26 Ғинуар , 18:05

УҠЫУ КАБИНЕТТАРЫНАН - ФАТИР

Бер нисә йыл сибайҙар ташландыҡ мәктәп бинаһына ҡарап көйә ине. Хәҙер “Хәйбулла яғыулыҡ компанияһы” тарафынан һатып алынған объект яңы төҫ алып ҡыуандыра. Хәҙер бында заманса фатирҙар. Хатта фитнес залы бар...

УҠЫУ КАБИНЕТТАРЫНАН - ФАТИР
УҠЫУ КАБИНЕТТАРЫНАН - ФАТИР

Сибай ҡалаһының элекке 4-се  мәктәбендә реконструкция эшләнде. Хәҙер бында йәшәргә мөмкин.

--“Хәйбулла яғыулыҡ компанияһы” директоры Азамат Аллабирҙиндың объектты реконструкциялау идеяһын уҙған йыл хуплап сыҡтыҡ. Әле килеп үкенмәйбеҙ: бик сифатлы эшләнгән. Киләсәктә лә ҡалабыҙ үҫешенә өлөш индерерҙәй яуаплы инвесторҙар менән эшләргә әҙербеҙ,--ти Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев.

Инвестор булып яҡташыбыҙ, 2-се мәктәптең сығарылыш уҡыусыһы Тәлғәт Дәүләткилдин сығыш яһаған. Ул 90-сы йылдарҙа “Башмедьстрой” тресы менән етәкселек иткән Рәфҡәт Хәким улы Дәүләткилдиндың улы.

--Ремонт эштәрен июль урталарында башлағайныҡ, декабрҙә тамамланыҡ. Бинаны ремонтлауға 50 миллион һум тирәһе китте,--ти “Хәйбулла яғыулыҡ компанияһы” етәксеһе Азамат Аллабирҙин.

Бында төҙөкләндерелгән 22 фатир бар, уларҙың майҙаны 31-77 кв.м. Студия-фатирҙар, бер, ике, өс, дүрт бүлмәле фатирҙар ҙа бар. Ҡояшлы яҡҡа ҡараған тәҙрәләр яҡтылыҡтан һаҡлана, кондиционерҙар үткәрелгән, сантехника төҙөк. Бина автономлы йылытыла, үҙ ҡаҙанлығы бар, “Аҡыллы йорт” идара итеү системаһына тоташҡан. Бында йәшәйәсәк кешеләр бик ҡәнәғәт булыр, тигән ышаныстабыҙ.

Шулай уҡ спорт залы ремонтланған, бында фитнес зал, санузел, душ, сисенеү бүлмәһе, тренер кабинеты бар. Биләмәлә автомобиль ҡуйырға урын бар, видеокүҙәтеү эшләй.

Бер нисә йыл сибайҙар ташландыҡ мәктәп бинаһына ҡарап көйә ине. Хәҙер “Хәйбулла яғыулыҡ компанияһы” тарафынан һатып алынған объект яңы төҫ алып ҡыуандыра.


Мәғлүмәт һәм фото: "Сибайский рабочий" гәзитенән. Фото авторы Рима Юнысова.

Автор:Резеда Валиева