Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
23 Ғинуар , 14:50

Өйрәнеүҙәре үҙҙәре өсөн

Хәйбулла районының "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан Әбеш ауылында "Өләсәйҙәр мәктәбе" ойошторолған. Бында оло йәштәге инәйҙәр йәш ҡыҙҙарҙы туҡмас, һалма йәйеүҙән башҡа, бауырһаҡ бешереү, йөн иләү, ҡорама ҡорау кеүек донъч көткәндә бик кәрәкле һөнәрҙәргә өйрәтә.

Өйрәнеүҙәре үҙҙәре өсөн
Өйрәнеүҙәре үҙҙәре өсөн

Дәрестәр аҙна һайын бер көндө ауылдың бер оҫтабикәһе өйөндә үтә. Һәр өйгә "төп өләсәй" Нәсимә Ибраһимова буласаҡ йәш хужабикәләрҙе етәкләп алып бара.

-Кемгәлер был һөнәр ғүмерлек булыр, кемгәлер онотолоп барған һөнәргә ҡағылыу ҙа рухи байлыҡ бирер. Дәрестәр дауам итә. Уңыштар! - тип белгертә үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова.

Фото  Роза Рәсембәтова.
#Айыҡауыл2023

Өйрәнеүҙәре үҙҙәре өсөн
Өйрәнеүҙәре үҙҙәре өсөн
Өйрәнеүҙәре үҙҙәре өсөн
Автор:Гульдар Кадаева