-14 °С
Болотло
Радий Хәбиров хәрби хәбәрсе Илдар Юлдыбаев һәм уның кәләше Юлиә Ишбулатованы никахтары менән ҡотланы.
🤝🏻 Радий Фәрит улы Илдар менән Донбассҡа эш сәфәре барышында таныша. Һүҙ барышында егет ғаилә ҡорорға йыйыныуы тураһында әйтә һәм республика етәксеһен никах туйына саҡыра.
🎉 «Баймаҡта булһам, мотлаҡ туҡталырмын, тип һүҙ биргәйнем. Һеҙгә ысын мөхәббәт һәм ҙур бәхет теләйем. Күп итеп балалар үҫтерегеҙ, бер-берегеҙҙе, атай-әсәйҙәрегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хөрмәт итеп йәшәгеҙ», – тине Радий Хәбиров, йәштәрҙе ҡотлап.