АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
9 Декабрь 2023, 12:50

ҠАҘ ӨМӘҺЕ

Алмаз һәм Рәзилә Илембәтовтар йыл һайын 200-ләп ҡош алып үҫтерә. Улар "Ҡаҙ өмәһе" үткәргән. Сара "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә уҙғарылды.

ҠАҘ ӨМӘҺЕ
ҠАҘ ӨМӘҺЕ

--Борондан килгән матур йолаларҙың береһе ул "Ҡаҙ өмәһе". Бөгөн беҙҙең Оло Әбеш ауылында ла "Айыҡ ауыл" республика бәйгеһе сиктәрендә "Берҙәмлек менән көслөбөҙ" девизы аҫтында шаулап-гөрләп "Ҡаҙ өмәһе" үтте.
Уңған, матур ғаиләләрҙең береһе--Алмаз һәм Рәзилә Илембәтовтар йыл һайын 200-ләп ҡош алып үҫтерә, күпләп мал-тыуар аҫырай.
Йыл һайын өмәләр үткәреп торалар.
Ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары, ир-егеттәре һәр эште еренә еткереп, тиҙ арала бөтөп тә ҡуйҙылар. Уйын-көлкө, йыр-бейеүҙәр менән һуғарылған сарала ағинәйҙәр ҡыҙҙарға өмә тәртиптәрен, нескәлектәрен өйрәтте.
Уңған хужабикә Өмәселәрзе яңы бешкән ҡаҙ ите, тәмле сәй менән һыйланы. Йырлашып, күңелле таралышты барыһы ла,--ти әбештәр.

Автор:Резеда Валиева