Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
5 Декабрь 2023, 10:10

Аҡ юл һиңә, ил һаҡсыһы!

Сәхнәне дер һелкетеп бейей-бейей хеҙмәткә юлланған Рәсүл. Уны әрмегә бөтә ауыл менән оҙатҡандар.

Аҡ юл һиңә, ил һаҡсыһы!
Аҡ юл һиңә, ил һаҡсыһы!

Был хаҡта Хәйбулла башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә:

 

Йәмле генә Ташлы буйҙарында,
Ҡымыҙлыҡтан йыуғанда йыуа бар.
Егет кенә саҡта әрмеләрҙә,
Хеҙмәт итеү тигәндә йола.

Әбүбәкер ауылында егеттәрҙе бөтә ауыл менән әрме сафына оҙатыу күптән инде изге йолаға әүерелгән. Бөгөн Билалов Рәсүл Әсҡәт улын әрме сафына оҙатты улар. Хеҙмәт итеү- ул һәр егеттең ил алдындағы изге бурысы. Буласаҡ һалдатты оҙатырға туғандары, дуҫтары, ауылдаштары, урындағы хакимиәт вәкилдәре йыйылды.
Улар барыһы ла егеткә матур итеп хеҙмәт итеп, тыуып үҫкән еренә шатланып ҡайтыуын теләне. Һалдатты оҙатыу кисәһе йолалар менән үрелеп барҙы. Һалдатҡа иҫән - һау әйләнеп ҡайтыуын теләп ауыл аҡһаҡалы Йәмил Балдыбаев тыуған ерҙең изге тупрағын тапшырҙы. Элек - электән әрме сафына оҙатҡанда аҡ ризыҡтан ауыҙ иттереп оҙатҡандар. Йөрөгән юлдары тик ап-аҡтан ғына булһын, тик яҡшы күңелле кешеләр генә юлдаш булһын тигән теләктә әсәһе аҡ һөттән ауыҙ иттерҙе. Буласаҡ һалдаттың инәһе, ашар ризығы бөтмәһен, имен әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә икмәк тешләтеп фатихаһын бирҙе. Шулай уҡ ауыл старостаһы Рамаҙан Назаров хәйерле юл теләп, изге теләктәрен еткерҙе.
Әле генә хәрби бурысын үтәп ҡайтыусы егеттәр - Билалов Надир һәм Сынбулатов Байрас та ауылдаштарына матур теләктәрен, кәңәштәрен юлланы. Сәхнәне дер һелкетеп бейей-бейей хеҙмәткә юлланған Рәсүлгә ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, һау - сәләмәт әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Аҡ юл һиңә, ил һаҡсыһы!
Барлыҡ егеттәребеҙгә лә хәйерле юлдар!

Автор:Резеда Валиева