Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
30 Ноябрь 2023, 15:35

Хәйбуллалар ҡорға әҙерләнә

Дала батырҙарын, ырыу һылыуҙарын сараға саҡыралар...

Хәйбуллалар ҡорға әҙерләнә
Хәйбуллалар ҡорға әҙерләнә

Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итә:

--Киләһе йылда Хәйбулла районында түңгәүерҙәр башҡорт ырыуҙарын оло ҡорға йыя!
Элек-электән иң боронғо һәм төп ырыуҙарҙың береһе һаналып, бөгөн түңгәүер башҡорттары Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Хәйбулла райондарында йәшәй һәм йыл һайын ошо төбәктәрҙә йыйын ойоштора. Быйыл баймаҡтарҙан эстафетаны ҡабул итеп, беҙҙең район башҡорт ырыуҙарының барыһы ла берлектә йәшәһен, үҙҙәренең тамырҙарын белһен өсөн был сараға бөтә республиканан бар ырыу вәкилдәрен дә саҡырырға һәм түңгәүерҙәр ҡороноң әүҙемлеге өлгөһөндә ошондай саралар ойоштороу миҫалын күрһәтергә ниәтләй.
Әлеге мәлдә ойоштороу комитеты әҙерлек эштәре башҡара, делегеттарҙы һайлай, түңгәүер ырыуының данлыҡлы вәкиле Йомабай Иҫәнбаев хаҡында китап сығарырға һәм һәйкәл ҡуйырға әҙерләнә, башҡа ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә. “Түңгәүерҙәр ҡорға саҡыра” йыйыны шулай уҡ Ғаззали Үтәшев иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса “Дала батыры” турнирын, Мөхәмәт Иҙрисов исеменә бейеү конкурсын, "Ылаҡ" милли уйынын, “Мәргән уҡсы” бәйгеһен һәм ете ырыу һылыуҙары араһындағы “Ете ҡыҙ” бәйгеһен үҙ эсенә аласаҡ. Сара киләһе йылдың июнь аҙағына ниәтләнгән.

Автор:Резеда Валиева