Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Ноябрь 2023, 11:10

Күмәкләгән яу ҡайтарған

Әбеш, Бәләкәй Арыҫланғол, Һаҡмар- Наҙарғол һәм быйыл Ҙур Арыҫланғол ауылдарында халыҡ зыяраттарҙы тимер менән кәртәләүгә өлгәште. Йәмғеһе яҡынса 7 миллион һумлыҡ эштәр башҡарылған.

Күмәкләгән яу ҡайтарған
Күмәкләгән яу ҡайтарған

--Республикала булдырылған Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы һуңғы йылдарҙағы иң отошло проекттарҙың береһе булып тора. Был программа тәү сиратта халыҡтың теләге һәм уның ҡатнашлығында, иң киҫкҽн проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Һуңғы ике йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың был программаның республика яғынан суммаһын тағы ла арттырыуы ҙурыраҡ проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинселек бирҙе. Әбеш ауыл биләмәһе ошо программаның иң әүҙем ҡатнашыусыларының береһе. Тап уның сиктәрендә биләмә йылы гаражлы, МТЗ 82.1 тракторлы, янын һүндереүсҽ машиналы булды. Шулай уҡ Әбеш һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдарында ҡыйыҡлы урам тренажерҙары барлыҡҡа килде.
Әбеш, Бәләкәй Арыҫланғол, Һаҡмар- Наҙарғол һәм быйыл Ҙур Арыҫланғол ауылдарында халыҡ зыяраттарҙы тимер менән кәртәләүгә өлгәште. Йәмғеһе яҡынса 7 миллион һумлыҡ эштәр башҡарылған.
Быйыл Ҙур Арыҫланғол ауылы зыяратын кәртәләү проектын тормошҡа ашырҙы биләмә,--тип яҙалар Әбеш ауылы хакимиәтенән.

 

Афарин, әбештәр!

Автор:Резеда Валиева