АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
13 Ноябрь 2023, 09:35

Атайҙарҙан мираҫ--күркәм тәрбиә

Атайҙар конференцияһы бик һөҙөмтәле һәм ҡыҙыу үтте. Ҡорға "Мираҫ" тип исем бирелде.

Атайҙарҙан мираҫ--күркәм тәрбиәАтайҙарҙан мираҫ--күркәм тәрбиә
Атайҙарҙан мираҫ--күркәм тәрбиә

Бала саҡ – шәхес үҫеше өсөн бик яуаплы осор. Иң тәүге тәрбиә орлоҡтары ошо ваҡытта һалына.

Физик, сенсор, әхлаҡ, эстетик, аҡыл үҫеше һәм тәрбиәһе органик берҙәмлектә тормошҡа ашырылырға тейеш. Ғаилә тәрбиәһе өсөн хас сенсор һәм эмоциональ үҫеш баланың аҡыл үҫешенә йоғонто яһай. Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ үҫеше фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, ә фекерләй белеү аҡыл үҫешенә килтерә. Бына шуның өсөн дә педагогик ойошҡанлыҡ мөһим.

Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, тырышлыҡ, белемгә ынтылыу--баланы мәктәпкә, ғөмүмән, киләсәк тормошҡа әҙерләү өсөн үҫтерелергә  тейешле төп һыҙаттар. Балаларҙы ғаиләлә һәм балалар баҡсаһында тәрбиәләү ошондай берҙәм маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы күҙ уңында тота һәм бергәләп уларҙы тормошҡа ашырырға тейеш.

Тәрбиәселәрҙең һәм ата-әсәләрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге балаларҙы тәрбиәләү өсөн мотлаҡ кәрәкле. Әммә был күренеш йылдан-йыл һүлпәнәйә бара. Ата-әсәләр күп ваҡыт баланы тәрбиәләүҙе балалар баҡсаһы, мәктәп иңенә һалырға ярата. Күҙәтеүҙәр буйынса, ата-әсәлек функцияларының түбәнәйеүе ярылып ята, ә был үҙ сиратында балалар баҡсаһы тормошо менән ҡыҙыҡһыныуҙың да юғалыуына килтерә. Әгәр бала ата-әсә, йәки уларҙың береһенең генә лә--атайҙың, һөйөүөнән мәхрүм икән,  уға был тормошҡа яраҡлашыуы, үҙенә лә ошо һөйөүҙө бүләк итеүе бик ауырға тура киләсәк. Әсә кеше яңғыҙы ғына күпме генә һөйөүен, наҙын бирһә лә балаһына, атай терәге һәм яратыуы менән тәьмин итә алмаясаҡ. Атай кешегә ышанысын юғалтҡан бала кешелеккә ышанысын юғалтасаҡ һәм ярата, ҡайғырта белмәйәсәк. Сөнки ваҡыт үтеү менән атай һөйөүөнә мохтажлыҡ, һағыныу хисе бала өсөн невроздарға, башҡа кешеләрҙе үҙенә төрлө ысулдар менән бәйләргә, иғтибар талап итеүгә килтерәсәк.   

Бала күңелендә атай менән әсәй икәүһе лә иң ҡәҙерле, иң кәрәк кеше ул.  Тимәк, атай тәрбиә эшендә ҡатнашырға тейеш, балаларын яратыуын, иғтибарлы булыуын, сабыр ғына аңлатыуын, кәрәк ваҡытында шелтә биреүен,  уңыштары өсөн маҡтауҙы күҙ уңында тота. Атай мөхәббәтенә төрөнөп үҫкән балалар бәхетле һәм үҙ маҡсатына ирешеүсән булып үҫә.    

Башҡорт халҡында элек-электән илдең терәге--ир-егет, ғаилә терәге--атай кеше тип һаналған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡаралған. Шуға күрә лә ир-егеткә ил терәге, ғаилә таянысы булыу кеүек оло, яуаплы бурыс бирелгән. Әлеге көндә бала тәрбиәләү, уның уҡыуы, балалар баҡсаһындағы, мәктәптәге тормошо, мәшәҡәттәре менән күп осраҡта әсәйҙәр шөғөлләнә. Ғаиләлә атай абруйын күтәреү һәм атайҙарҙың баланы тәрбиәләүҙәге ролен күтәреү маҡсатында беҙ, Баймаҡ ҡалаһы “Миләш” балалар баҡсаһы коллективы  быйылғы йылдан Атайҙар ҡоро булдырырға ҡарар иттек. Ҡорҙоң ағзаларын һайлау, уның бурыстарын билдәләү һәм уҡыу йылына эш планын билдәләү өсөн Атайҙар конференцияһы үткәрҙек.
Конференция көндө балалар баҡсаһының музыка залына иң әүҙем, маҡсатлы, рухлы атайҙар йыйылды. Килерҙәрме, юҡмы тип борсолған педагогтар өсөн уларҙың дәррәү йыйылыуҙары бик һөйөнөслө булды. Атайҙар башта бәләкәстәрҙең концерт номерҙарын ҡарап, үҙҙәре тураһында балаларының фекерҙәрен видео аша күреп ҡыуанһа, һуңынан үҙҙәре лә ғаилә ҡиммәттәре, атайлыҡ бурысы, тәрбиә алымдары тураһында һорауҙарға ихлас яуап бирҙеләр, уйындарға теләп ҡушылдылар.
Атайҙар конференцияһы бик һөҙөмтәле һәм ҡыҙыу үтте. Ҡорға "Мираҫ" тип исем биреп, "Атайҙарҙан мираҫ --күркәм тәрбиә" тигән девиз һайлап, хатта эмблема ла төшөрҙөләр. Бында уларҙың һүҙ оҫталығы, рәссамлыҡ һәләттәре лә асылды. Конференция аҙағына ҡорға рәйес итеп әүҙем, рухлы атай Ишкилдин Айнур Ринат улы, уға ярҙамсы итеп Самарбаев Наил Низаметдин улы һайланды. Киләсәккә пландар билдәләп, тәмле сәй менән һыйланып матур идеялар, күтәренке кәйеф менән таралышты атайҙар.

Раушания Хәзиева, “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор:
Читайте нас