

Был урында юл хәүефһеҙлеген һәм төнгө яҡтылыҡты хәстәрләп, һәр береһе 10-ар метрлы бағана ултыртылған. Шулай уҡ заманса прожекторҙар ҡуйылып 900 метр арауыҡҡа сифатлы СИП кабеле һуҙылған. Бындай техник нығытыу стеланың яҡтылығын ышаныслы һәм тотороҡло итә.
Реконструкцияның төп элементы булған стеланы яңыртыуға ла ҙур әһәмиәт бирелгән. Таждар тыштан заманса материалдар менән көпләнеп кенә ҡалмаған, уға йәмғеһе 4600 дана ҡеүәтле яҡтылыҡ диодлы лампалар боролған. Төндә ҡурай тажы балҡып янып, юлды яҡтыртып ҡына ҡалмай, әллә ҡайҙан уҡ үҙенә иғтибар йәлеп итә, водителдәргә юлды асыҡ күрергә ярҙам итә. Көндөҙ иһә был ерҙән уҙыусылар стеланың ҡалаға йәм, сағыу милли биҙәк өҫтәүен, төбәгебеҙ символы сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо уятыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.