

Ниндәй ул беззең милли кейем? Балаларҙың ошо һорауына яуап эҙләп беҙ, Йылайыр районы Матрай балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют тәрбиәләнеүселәре менән, ауылдың "Халҡым хазинаһы" ағинәйҙәр ҡорона осрашыуға килдек.
Инәйҙәр беҙҙе матур, зауыклы милли кейемдәрҙә ҡаршы алды. Тәңкәләр сыңы ишетелгән, төрлө сағыу биҙәүестәр менән тулыланған мөхиттә балалар үҙҙәрен әкиәт донъяһындағылай хис итте.
Уҡаиҙеү, селтәр, ҡашмау, һаҡал, һарыуыс... Күп төрлө шул башҡорт халкының милли кейем өлгөләре. Быларҙың барыһын да ағинәйҙәр үҙ ҡулдары менән күҙ нурҙарын һалып эшләгән. Балалар тәңкә,селтәр, француз яулығы һәм башҡаһы хаҡында мәғлүмәт алды. Милли колоритта эшләнгән урындыҡ, ундағы ҡорамалар, буй юрғандар, бәләкәй яҫтыҡтар, сигеүле таҫтамалдар ҡыҙыҡһыныуҙы тағы ла арттырҙы.
Тәү ҡарауға ябай ғына күренһә лә, тәрбиәүи яҡтан бик файҙалы булған сәй эсеү менән тамамланыҡ осрашыуыбыҙҙы. Инәйҙәр балаларға өҫтәл артында үҙеңде нисек тотоу, ризыҡты "Бисмилла " итеп ауыҙ итеү кәрәклеген матур итеп өйрәтте. "Күстәнәс алыу" йолаһы тураһында һөйләнеләр. Табын артында ағинәйҙәр ҡороноң эштәре, киләсәккә пландары тураһында һөйләштек.
Йөкмәткеле осрашыу өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдереп ҡайтырға сыҡтыҡ. Балаларҙың шатлыҡтары күҙҙәрендә сағыла ине. Тимәк, бәләкәй йөрәктәрҙә халкымдың милли байлығына ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты!
Мөнирә Атанбаева, приют тәрбиәсеһе.