АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
5 Октябрь 2023, 07:25

ҺАБЫРҘАР ЕГЕТЕН ОҘАТТЫ

Ул 2022 йылдың 27 сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләгә. Ә теүәл бер йылдан, 2023 йылдың 26 сентябрендә, һәләк була...

ҺАБЫРҘАР ЕГЕТЕН ОҘАТТЫҺАБЫРҘАР ЕГЕТЕН ОҘАТТЫ
ҺАБЫРҘАР ЕГЕТЕН ОҘАТТЫ

Фирғәт Таһиров - Йылайыр районы Һабыр ауылы егете.

 

1982 йылда күп балалы ғаиләлә тыуған. Ауыл мәктәбендә уҡый, көрәш менән шөғөлләнә, спортты ярата. Юлдыбай һөнәрселек училищеһында умартасы, механизатор һөнәрҙәрен үҙләштерә. 2000 йылда хәрби хеҙмәткә алына.

Унан ҡайтҡас төрлө эштәрҙә эшләй.

2022 йылдың 27 сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, хәрби хеҙмәткә юллана. Өлкән сержант 2023 йылдың 26 сентябрендә һәләк була.

Батыр егетте һуңғы юлға Йылайыр районы башлығы Борис Мелкоедов, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, Рәсәй спортсыһы Эльбрус Ниғмәтуллин, ауылдаштары, дуҫтары оҙатты.

Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фирғәттең йәне йәннәттә булһын!

Фото: Йылайыр районы хакимиәте битләүенән.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас