

Ҡашҡар ауылында үҙенсәлекле сара үткән. Ул Ололар көнөнә бағышланған. Өлкәндәрҙе йыйып, уларҙы тәбрикләп, мул табын ғына тәҡдим итмәгәндәр. Ә уларҙы бала саҡҡа, тормошҡа ашмай ҡалған хыялдар иленә алып ҡайтҡандар. Был матур идеяны Ҡашҡар ауылы биләмәһе башлығы Зөһрә Зәйнуллина мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә тәҡдим иткән.
--Һәр кешенең күңелендә бала сағы тәрән эҙ ҡалдыра. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, күптәр хыялына өлгәшмәй ҡала, таланттар юғалып ҡала. Кемдер рәссам булырға хыялланып та була алмай, йә олоғайғас: “Их, беҙҙең бала саҡта ошо уйынсыҡ булманы, туйғансы уйнар инем”, --тип тә уфтана. Шуға беҙ ижад өҫтәлдәре булдырҙыҡ, һәр кем үҙ күңеленә яҡынды һайланы. Кемдер шиғыр яҙҙы, пластилиндан һындар әүәләне һәм башҡалар. Әңгәмәләштек тә, өләсәй-ҡартатайҙарҙың телде, мәҙәниәтте һаҡлауҙа ролдәрен әйттек, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгө булырға сағырҙыҡ, матбуғат баҫмаларына яҙылырға өндәнек. Башҡорт теле уҡытыусыһы “Әлләсе” уйынын ойошторҙо. Бик күңелле, матур сара килеп сыҡты. Матурлыҡ орлоғо сәсергә, өлкәндәрҙең тормошона йәм кертергә, һәр мәлдең үҙ йәме икәнен дәлилләргә тырыштыҡ. Кеше ҡартлығына килеп етһә, ғүмер бөткән тип уйлай. Ә тормош бөтмәй, ул ейәндәрегеҙҙә дауам итә, уларға өлгө булырға, тәрбиәләргә кәрәк икәнлеген уртаға һалып һөйләштек,--ти Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы.
Ысынлап та, бик күркәм сара үткән. Афарин, ҡашҡарҙар!