

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңеүселәргә үҙҙәре хаҡында видеофильм эшләргә тәҡдим итте. Йәғни ауыл халҡы үҙенең эшен, еңеүен, берҙәмлеген, әүҙемлеген, айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен, халыҡты дөйөм йәмәғәт эшенә йәлеп итеүҙе күп һанлы альбом, буклеттар, презентация аша түгел, ә киноматография сәнғәте аша күрһәтергә тейеш. Был проект I Республика "Айныҡ ҡараш" кинопроекты тип атала һәм уны республикабыҙҙағы билдәле кинорежиссер, продюсер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Йосопов бойомға ашыра. Яңы проектта ҡатнашырға теләүсе ауыл вәкилдәре өс ай буйына Булат Йосоповтоң киномәктәбенең “Мобиль режиссер” уҡыу программаһы аша онлайн рәүештә фильмдың темаһы, идеяһы, төп герой, уның эске һәм тышҡы ҡапма-ҡаршылығы, эпизод, конфликттың сиселеше, эре план, уртаса план кеүек кино төшөрөү эшенеең бөтә нескәлектәренә өйрәнеү буйынса дәрестәр үтте.
Ошо проектҡа ярашлы Баймаҡ телевидениеһының ижади төркөмө Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында видеояҙма төшөрҙө. Айыҡ ауылдың йәшәйешенең бер көнөн кәүҙәләндереүҙә бөтә халыҡ--олоһо ла, кесеһе лә берҙәй әүҙем ҡатнашҡан.
–Ауылдаштарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Төп ролдәрҙе ябай ауыл кешеләре башҡарҙы. Съемкалар башта Ниғәмәт урта мәктәбендә, аҙаҡ ауыл мәсетендә һәм билдәле ҡурайсы, фольклорсы Баяс батыр стелаһы янында, Апай шишмәһе янында үтте. Төшөрөү өсөн видеокамера һәм юғарынан төшөрөүсе дрон файҙаланылды. Алдағы ваҡытта тупланған материал хронометраж үтәсәк һәм ҡороу этабына күсә. Әгәр ҙә барыһы ла яҡшы булһа, әҙер фильм яҡын араларҙа киң экранға күрһәтелеүгә сыға,--тип белдерә видеояҙма төшөрөүҙе ойоштороусы, ошо ауылда тыуып үҫеп, тыуған ауылы, атайсалы өсөн йөрәге янған коллегабыҙ, бөгөнгө көндә Сибай институтының матбуғат хеҙмәтен етәкләгән, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар Союзы ағзаһы Рәүилә Хәсәнова.
Һәр яҡлап һоҡландырған Түбәнге Яйыҡбай беҙҙе йәнә хайран итә. Сәмле, ғәмле, берҙәм, әүҙем ауыл халҡына уңыштар теләйбеҙ!