Ә һеҙ светофорҙың тыуған көнөнөн беләһегеҙме? Ә беҙҙең тәрбиәләнеүселәр белә. Башҡорт төркөмөндә эшләүсе Луиза Фәрит ҡыҙы Сәйетова "Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре - беҙҙең дуҫтар" темаһы өҫтөндә күп йылдар эшләп килә. Бөгөн был тема бик актуаль. Хәүефһеҙлек айына йомғаҡ яһап, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре беҙҙең дуҫтар темаһына башҡа балалар баҡсаһынан саҡырылған тәрбиәселәргә эш тәжрибәһен күрһәтте. Заманға ярашлы балаларға эшләнгән дидактик пособиялар һәр береһенә оҡшаны, сөнки улар ике телдә һәм QR код аша инеп тәжремә ителгән һүҙҙе тыңларға була.
--Ҡалабыҙҙың төрлө балалар баҡсаһында булырға тура килде, әммә һеҙҙә генә тәүге күп, үҙенсәлекле һәм бай йөтмәткеле уйындар күрҙем,-- ти юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы Илмир Аллаяров.
Балаларҙың хәүефһеҙлеге беҙҙең ҡулда , артабан да ата - әсәләр, инспекорҙар һәм коллегалар менән тығыҙ бәйләнештә эште дауам итәсәкбеҙ. Тик шул саҡта ғына һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин.
Әлфиә Вилданова, "Әкиәт" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.