Төбәк һулышы
11 Сентябрь 2023, 03:40

АҠ КЕЙЕҘЕМ АҠ БӘХЕТТӘР ЮРАЙ

Ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, Юлдыбай ауылында район кимәлендә оҫталыҡ дәресе үтте. Уның сиктәрендә МХО-ла йөрөгән егеттәргә кейеҙ билбауҙар әҙерләнде.

АҠ КЕЙЕҘЕМ АҠ БӘХЕТТӘР ЮРАЙАҠ КЕЙЕҘЕМ АҠ БӘХЕТТӘР ЮРАЙ
АҠ КЕЙЕҘЕМ АҠ БӘХЕТТӘР ЮРАЙ

Таңға яуа башлаған ямғыр туҡтамаҫтан һибәләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Юлдыбай ауылында милли кейем көнөнә арнап район кимәлендә үткәреләсәк "Аҡ кейеҙем аҡ бәхеттәр юрай" тип нарыҡланған оҫталыҡ дәресенә Яманһаҙ, Сиҙер, Байғужа, Ҡыпсаҡ, Йылайыр ауылынан да килделәр. Еңеү паркы янындағы ҡыйыҡлы сәхнә был осраҡта бик килешеп ҡалды.
Яҡын-тирә ауыл ағинәйҙәрен туплап, ойоштороп, милли ҡомартҡыларҙы тергеҙеүҙә ҙур эш башҡарған район һәм Юлдыбай ауылы ағинәйҙәре ҡорҙарының әүҙем етәксеһе, ошо район кимәлендә үткән оҫталыҡ дәресен алып барыусы Миләүшә Шаһибал ҡыҙы Моратова сараның маҡсаты менән таныштырҙы. Кейеҙ баҫырға өйрәнергә теләүселәр менән таныштырып, уларға рәхмәт белдерҙе. Тағы шуны билдәләп үтергә кәрәктер: Миләүшә Шаһибал ҡыҙы кейеҙ баҫыу оҫталыҡ дәресен ике йыл дауамында үткәреп килә. Былтыр йәй йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында кейеҙ баҫылһа, ә ҡыш көндәре йөндән быйма башы, түбәтәй, тәпешкә эшләү буйынса дәрестәр үткәрҙе.
Артабан инеш һүҙ менән Шәүрә Миңлеғәли ҡыҙы Ҡорбанғәлива сығыш яһап, кейеҙҙең файҙаһы тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Ауылыбыҙҙың абруйлы ағинәйҙәренең береһе булған Әнисә Ишбулды ҡыҙы Алсынова кейеҙҙең килеп сығыуы тураһында риүәйәт, кейеҙгә бәйле булған йолалар тураһында һөйләне. Шул да мәғлүм булһы: МХО-ла хәрби хеҙмәттә йөрөгән егеттәребеҙгә Әнисә Ишбулды ҡыҙы, Рәшиҙә Вәлиева, Тәнзилә Абдуллина, Вазифа Шәрипова һәм улы хәрби операцияла булған Рәйлә Ҡотошовалар кейеҙ баҫып, билгә бәйләп йөрөү өсөн, ултырған-ятҡанда түшәк итеп тә ҡулланыуға уңайлы билбау эшләп, гуманитар ярҙам менән ебәрҙеләр.
Тәнзилә Абдуллина оҫталыҡ дәресенә йыйылған, кейеҙ баҫыу серҙәренә төшөнөргә, өйрәнергә теләк белдереп килеүселәргә рәхмәт белдерҙе, уңыштар теләп "Фатиха" сүрәһен уҡыны.
Һарыҡ йөндәре тетелеп кейеҙ баҫыу өсөн10 урында уңайлап, шартына килтереп, сәхнә иҙәненә әҙерләп һалынған. 4-5 ҡаҙанда һыу ҡайнай. Ҡыҙыу эш башланып китте. Берәүҙәр эҫе һыу ташый, икенселәре йөнгә һыу һибә, өсөнсөләре һабынлай.
Кемдәрҙер тәүге тапҡыр кейеҙ баҫып ҡараны, оҫталар оҫталығын күрһәтте, кәңәш бирҙе, тәжрибә менән уртаҡлаштылар.
Юлдыбай мәктәбенең тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Абдуллина Зилә Рәфҡәт ҡыҙы 5-се класс уҡыусыларын оҫталыҡ дәресенә алып килде. Милли кейемдәрҙә килгән уҡыусылар фәһемле мәғлүмәт алды. Кейеҙҙе тирмәгә ябыу, эйәр, ҡамыт, серге яһау, сарыҡ, түшәк итеп тә ҡулланылыуын, ҡыҙҙарға бирнә итеп тә бирелеүе, киленде аҡ кейеҙгә баҫтырыу йолалары тураһында Әнисә Ишбулды ҡыҙының һөйләгәнен ихлас тыңланылар. Кейеҙ баҫыу процесын иғтибар һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәттеләр. Үҙҙәре менән йырлы күстәнәс тә алып килгәндәр.
Ҡаҙандарҙа һыуҙар эҫей, самауырҙар күңелле йырлай, тағы ике ҡаҙанда бутҡа бешә.
Миләүшә Шаһибал ҡыҙы һәр бер кейеҙ баҫыусылар янына барып кәңәштәр бирә, кейеҙҙең нығыраҡ бешеләнеүен, мөйөштәре тигеҙләнһен өсөн, ҡаҡ таҡтаға шапылдатып ташлап та күрһәтә.
Оҫталыҡ дәресенең һөҙөмтәһе булып, уңғандарҙың ҡулдарынан матур, тигеҙ, тығыҙ итеп баҫылған, яҡшы сифатлы, аҡ, ҡара, бәҫ төҫтәрендә кейеҙҙәр барлыҡҡа килде. Күп көс, оҫталыҡ талап иткән хеҙмәт емештәренә һоҡланмай мөмкин түгел. Был оҫталыҡ дәресенә Сиҙер, Байғужа ауылдарынан ир-егеттәрҙең дә килеп ҡатнашыуы ҡыуаныслы хәл.Усак яғып, кейеҙ баҫыу өсөн урындыҡ килтереп, һыу йылытып, баҫылған еүеш, ауыр кейеҙҙәрҙе өй беренсә таратып йөрөгән Әлфрит Мортаевҡа кейеҙ баҫыусылар рәхмәттәрен еткерҙе.
Миләүшә Шаһибал ҡыҙы үткәргән оҫталыҡ дәресе файҙалы һәм емешле булды.
Сарала ҡатнашыусылар Йәмилә Байназарова, Сания Заһитова, Рәмилә Айытҡолова бешергән тәмле бутҡаны ашап, тәмле-татлы менән самауыр сәйе эсеп, күңелле итеп һөйләшеп, үҙҙәренең бөгөнгө оҫталыҡ дәресенән алған тәъҫораттары менән уртаҡлашып, киләсәккә пландар ҡороп, күңелдәре булып таралыштылар.
Был кәрәкле, бөгөнгө көндә әһәмиәтен юғалтмаған кейеҙ, көнитешебеҙҙә урын алыр тигән өмөттә булайыҡ.
Сараны ойоштороп, үткәреп, атҡарып сығыусыларға алдағы көндәрҙә эштәрендә уңыштар теләйек.

Флүрә Шәрәфетдинова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас