Төбәк һулышы
22 Август 2023, 12:00

Атингәндәр тракторлы булды

Хәйбулла районы ауылдары урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында баштан әүҙем ҡатнаша. Быйыл да төбәктән бер нисә проект конкурста еңде һәм уның сиктәрендә башҡарылған эштәр тормошҡа ашырыла башланы. Ошо көндәрҙә Атингән ауыл советына программа аша юлланған МТЗ-82 тракторы ҡайтарылды. Яңы техника асҡысын ауыл биләмәһе етәксеһе Айнур Юнысовҡа Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тапшырҙы.   

Атингәндәр тракторлы булдыАтингәндәр тракторлы булды
Атингәндәр тракторлы булды

-Трактор ауыл ерендә иң кәрәкле техника. Рәхәтләнеп үҙ мәнфәғәтегеҙҙә файҙаланырға яҙһын!—тине Рөстәм Динислам улы, атингәндәрҙе проектта еңеүҙәре менән ҡотлап.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас