Төбәк һулышы
6 Август 2023, 06:40

ЙӘШТӘР ТЕЛӘП ӨЙРӘНӘ

3-6 августта Йылайыр районы Һынташ ауылы эргәһендәге "Дуҫлыҡ" лагерында Республика йәштәренең 6-сы тапҡыр "Аҫылташ" мәғариф форумы уҙа.

ЙӘШТӘР ТЕЛӘП ӨЙРӘНӘЙӘШТӘР ТЕЛӘП ӨЙРӘНӘ
ЙӘШТӘР ТЕЛӘП ӨЙРӘНӘ

 

Бындағы саралар хаҡында Юлдыбайҙан Миләүшә Моратова хәбәр итә:

5 август йәштәргә һәр төрлө ҡул эштәренән күргәҙмә күрһәтелде, сигеү, станокта балаҫ һуғыу, буялған йөндән берет баҫыу,төрлө төҫлө сәйләндән биҙәүестәр эшләү, һәр төрлө шифалы үләндәрҙән панно эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Шулай уҡ һәр төрлө башҡорт милли ризыҡтарында бешереп өйрәнделәр. Милли түңгәүер кейеме менән танышыу, ер-һыу атамаларын һәм боронғо башҡорт йыр- моңдары менән дә таныштылар. Был оҫталыҡ дәрестәрен ҡыҙҙар ғына түгел, егеттәрҙә бик теләп өйрәнделәр.Шулай уҡ егеттәргә балыҡ тотоуҙың яңы алымдары күрһәтелде.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас