

Нәҡ шулай тип яҙа Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылында үткән Уңғар араһының шәжәрә байрамы хаҡында Сибай ҡалаһында йәшәүсе Айгөл Фәйзуллина.
Ысынлап та, бында бик матур байрам үткән.
--Үрге Иҙрис ауылында 24 июндә Аҡбай (элекке исеме) ауылының 305 йыллығына Уңғар араһының шәжәрә байрамы үттҽ. Уны ауылдашыбыҙ Мусин Йәғәфәр Әғзәм улы, Мусин Рәжәп Мозафар улы башлап ойоштороп ебәрҙе, ауылдаштар күтәреп алды. Аллабирҙе, Дәүләтбирҙе,Тәңребирҙе нәҫеленә ҡараған туғандар йыйылды. Аяттар уҡып шәжәрә байрамын башлап ебәрҙек. Байрамды асыу өсөн һүҙ Үрге Иҙрис депутаты Мусин Юныс Ҡәнзәфәр улына бирелде. Йәғәфәр Әғзәм улының тағы бер китабы донья күрҙе. Ул китаптар тураһында Мөхәметҡужина Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы һөйләп үтте. Йәғәфәр ағай китаптарын Муллаҡай,Ҡолсора ,Түбәнге Иҙрис китапханаһына бүләк итте. Унан тыш Рәйсә апай Дияроваға, Садиҡ ағайға, Динә апайға, ауыл хакимиәтенә китаптарын тапшырҙы. Һәр ырыу үҙе менән таныштырып, туғанлыҡ ҽбҽн нығытты. Сара "Зарифа", "Йәшлек" ансамблдәренең концерттары менән үрелеп барҙы.
Балалар рәхәтләнеп батутта һикерҙе, арҡан тартышты, уҡ атышты, уйнаны. Шәжәрәнҽ парлағанда йәш быуын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны, тыңланы. Һәр тармаҡ бер концерт номеры әҙерләп алып килгән ине. Хатта Йәғәфәр ағай бейеп китте, уға ғүмер буйы Сибай ҡалаһында уҡытыусы булып эшләгән ,хәҙерге көндә хаҡлы ялда булған Динә апай ҙа ҡушылды.
Араның иң ололары - Рәжәп ағай, Рамаҙан ағайҙар бүләк алып килеп таратты.
Миңә ҙур ярҙам иткән Уңғар ырыуы ҡыҙы - Дауытбаева Әлиә Хәмитйән ҡыҙына ҙур рәхмәт еткерәм.
"Иман нуры" бәйгеһен иғлан иттек. Балалар матур итеп доға ятланы. Беренсе урынды Сыңғыҙова Асия Азамат ҡыҙы алды. Бүләктәрҙе Йәғәфәр ағайҙың улы Ильяс һәм килене спонсор булараҡ алып килгән ине. Сауаптарын насип итһен .
Ҡорбандар салып аяттар уҡытылды.Йәнле һөйләшеүҙәр табын артында дауам итте. Байрам юғары кимәлдә үтте тиеп әйтә алам,--тип яҙа Иҙрис ауылы клубы мөдире Рәсимә Халиғова.