

--Буранбай ауылы халҡы СВОла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарына , ил тыныслығына тәғәйенләп ҡорбан салды һәм мәсеткә йыйылып ҡорбан ашы ашап, хәйер таратып, изге теләктәрен юлланы.
Шулай уҡ мәсеткә әрме сафына барыусы егеттәребеҙ Илназ һәм Исламды саҡырып, имам хатиб Нурфәиз Фәйзрәхман улы, бүләктәр биреп , изге доғаларын уҡып , имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләне.
Шәп егеттәребеҙ һынатмаҫ Аллаһ бирһә
Был сарала ,райондан килгән Хәлил хәҙрәт, Ҡаратал ауылынан Рәфҡәт хәҙрәттең ҡатнашыуы оло мәртәбә булды. Буранбай халҡына үҙҙәренең изге теләктәрен, доғаларын уҡып,рәхмәттәрен белдерҙеләр.
Ошо изге эште ойоштороуға ярҙам иткән һәм ойошторған ауылдаштарға,имам -хатиб Нурфәиз Фәйзрәхман улына , Миңлегөл Фәйзулла ҡыҙына, Рәзилә Салауат ҡыҙына, "Әхирәттәр" клубы ҡыҙҙарына мең рәхмәт! Ҡылынған доғалар ҡабул булһын, егеттәр иҫән-һау ҡайтһын, илдәребеҙ тынысланып китһен!--тип яҙа ауыл китапханасыһы социаль селтәрҙә.