АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
24 Октябрь 2022, 14:50

Бик кәрәкле техника!

Аҙаҡҡы йылдарҙа республикала “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” бик әүҙем эшләп килә. Был программа ярҙамында күп ауыл биләмәләре үҙ йәшәйешен яҡшырта, еңелләштерә, ауылдарҙы төҙөкләндерә, яңы техникаға эйә була.

Бик кәрәкле техника!
Бик кәрәкле техника!

Үркәс ауыл биләмәһе лә ошо көндәрҙә был программа ярҙамында янғын һүндереү өсөн махсус машина алып ҡыуанды.

– “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” 2014 йылда эшләй башлағандан унда йыл да ҡатнашып киләбеҙ. Был йылдарҙа халыҡ тәҡдим иткән 8 проект конкурстан үтте. 2019 йылда клубты ремонтлау проектын һайлағайныҡ, мәрәйҙәр етмәү сәбәпле, ул проект конкурстан үтмәне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡул һелтәмәнек, бер йыл ял итеп алғандан һуң, яңынан-яңы идеяларыбыҙҙы тәҡдим итеп, ауыл халҡы менән бер бөтөн идеяға килеп, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырҙыҡ, – тип ҡыуана Үркәс ауыл биләмәһе башлығы Зөлфирә Ҡужабаева.

Ауыл тормошон яҡшыртыуға ҡоролған был әһәмиәтле программа халыҡтан, бағымсыларҙан һәм район хакимиәте белгестәренән тыш тормошҡа ашмаҫ ине. Шуға ла, Үркәс ауыл биләмәһе башлығы Зөлфирә Карам ҡыҙы бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған әүҙем ауыл халҡына, бағымсылар – Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе Василий Сидоренкоға, Ольга Назароваға, депутат Владимир Пелагеинға, староста Харис Ишбулатовҡа, шәхси эшҡыуар Рәйсә Вәлитоваға, инициатив төркөмөнөң әүҙем ағзаһы Роберт Юлсуринға, аҡсалата ярҙам иткән, урам бағаналарындағы утты һәр кис яғып, иртән һүндергән хаҡлы ялдағы Петр Трофимовҡа һәм бер ваҡытта ла ярҙамдан баш тартмаған Петр Пелагеинға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

– “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашыу-ҡатнашмау, йәшәйеште яҡшырта алған проект һайлау башланғысы ошо ерҙә йәшәгән халыҡтан сығырға тейеш. Беҙҙә тап шулай. Сөнки Үркәс ауыл биләмәһендә йәшәгәндәр үҙ тормошона, ауылына ҡағылған мәсьәләләргә бер ваҡытта ла битараф ҡалмай. Күмәк халыҡ йыйылыштары ла дәррәү үтә, унда һәр кем үҙ теләген белдерә, шунан ғына, бер төплө фекергә килеп, проект һайлайбыҙ, – тип һөйләй Зөлфирә Карам ҡыҙы.

Район үҙәгенән 100 километр алыҫлыҡта ятҡан Үркәс ауыл биләмәһе бөгөн артта ҡалғандарҙан түгел. Унда йәшәгән халыҡ заман менән бергә атлай, тормоштарын йәмлерәк итергә ынтыла. Бында иһә үркәстәргә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” ярҙамға килә.

 

Автор:Гульгина Тагирова

 

Автор:Гульдар Кадаева