Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Август 2022, 13:55

Тирә-яҡта бер генә булмаҡсы

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында 3-сө мәктәп төҙөлә. Мәктәптең заказсыһы—Хәйбулла районы хакимиәте булһа, төҙөлөш эштәрен генераль подрядсы Сибай ҡалаһының “Ремонт-төҙөлөш үҙәге” йәмғиәте башҡара. -Беҙ әлеге мәлдә төҙөгән мәктәп республикала иң ҙур белем усаҡтарының береһе булмаҡсы. Ул 5 корпустан тора һәм 17 мең 387 квадрат метр майҙанды үҙ эсенә ала. Дөйөм биналар күләме 82 мең кубометр тәшкил итә. Корпустарҙың барыһы ла бер-береһе менән йылы үткәүлек аша тоташасаҡ,--тип төҙөлөш барышы менән таныштырҙы “Ремонт-төҙөлөш үҙәге” йәмғиәтенең техник директоры Рафаил Ибраһим улы Исмәғилев.

Тирә-яҡта бер генә булмаҡсы
Тирә-яҡта бер генә булмаҡсы

Мәғариф учреждениеһы район үҙәгенең төньяҡ-көнсығышындағы яңы биҫтәһендә урынлашҡан. 550 уҡыусы һыйҙырышлы, 140 урынлыҡ интернаты булған белем усағы быйыл йыл аҙағына сафҡа инергә тейеш.

Мәктәптең заказсыһы—Хәйбулла районы хакимиәте булһа, төҙөлөш эштәрен генераль подрядсы Сибай ҡалаһының “Ремонт-төҙөлөш үҙәге” йәмғиәте башҡара.

-Беҙ әлеге мәлдә төҙөгән мәктәп республикала иң ҙур белем усаҡтарының береһе булмаҡсы. Ул 5 корпустан тора һәм 17 мең 387 квадрат метр майҙанды үҙ эсенә ала. Дөйөм биналар күләме 82 мең кубометр тәшкил итә. Корпустарҙың барыһы ла бер-береһе менән йылы үткәүлек аша тоташасаҡ,--тип төҙөлөш барышы менән таныштырҙы “Ремонт-төҙөлөш үҙәге” йәмғиәтенең техник директоры Рафаил Ибраһим улы Исмәғилев.-Корпустарҙың барыһы ла бер юлы төҙөлә—уҡыу корпусы, ятаҡ, башланғыс мәктәп, кәңәшмәләр, ҙур һәм бәләкәй спорт залдары, ашхана һәм башҡаларҙы берләштергән белем усағы хасил булып килә.

Әлеге ваҡытта 3 корпус ҡыйыҡланған, ҡалған икәүһендә ҡыйыҡтарын тимер менән ябыуға әҙерлек эштәре бара. Кирбес һалыу ҙа дауам итә. Өс бригада бинаны эс яҡтан штукатурлау менән булыша. Рәфҡәт Биксурин етәкселегендәге штукатур-малярҙар бригадаһы, ташсыларҙың тырышлығы менән биналар көндән-көн күркәмләнә. 3 корпусҡа йылытыу селтәрҙәре һуҙылған, әлеге ваҡытта 4-се корпусҡа йылылыҡ торбалары һалына. Шулай уҡ 3 корпус модулле ҡаҙанлыҡҡа тоташҡан, уларҙы эшкә көйләү бурысы тора. Бер юлы биләмәне төҙөкләндереп барыуға ла техника индерелгән. Мәктәптең 5 корпусына ла лифт ҡуйыу ҡаралған. Улар өсөн материалдар килтерелгән. Электр үткәргестәр, вентиляция ла бер юлы һуҙыла. Һыу үткәргес, янғын һағы резервуарҙары урынлаштырыла. Тирә-яғын кәртәләп алыу өсөн ҡоймалар ҙа әҙер.

Төҙөлөштә 120-нән ашыу кеше алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Эшсе көстәр көндә өҫтәлеп тора. Плитка һалыусылар үҙ бурысын намыҫ менән атҡара. Бинаның тышҡы йөҙө йылытыу ҡоролмалары менән нығытылғандан һуң керамогранит менән көпләнәсәк.

Участка начальнигы Насип Һаҡмаров, прораб Михаил Таракин, инженер селтәрҙәре мастеры Павел Ксенофонтов, ПТО начальнигы Надежда Меркулова былтыр октябрҙә төҙөлөш башлағандан алып баш баҫып эшләй һәм ҡул аҫтындағыларҙан да хеҙмәттәренә шундай уҡ намыҫлы ҡараш талап итә.

Мәктәптең уҡыу объекттары, дөйөм ятаҡтан тыш автобустар һыйҙырышлы 2 йылы гараж, кер йыуыу бинаһы ла һалына.

-Күреүегеҙсә, Аҡъярҙа бик күләмле төҙөлөш атҡарабыҙ. Әйтергә кәрәк, эшебеҙ графикка ярашлы бара. Тырышлығыбыҙҙы төп заказсы—Хәйбулла районы хакимиәте етәкселеге күрә, тейешенсә баһалай, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙа,--ти Рафаил Ибраһим улы.-Дөйөм алғанда, йәмғиәтебеҙ барлыҡҡа килгәндән алып Урал аръяғында ғына түгел, тотош республикала, унан ситтә бик күп социаль әһәмиәтле объекттар, торлаҡ төҙөүебеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Форсаттан файҙалып, барлыҡ төҙөүселәрҙе, иң беренсе сиратта “Ремонт-төҙөлөш үҙәге” йәмғиәте эшселәрен һөнәри байрамыбыҙ менән ҡайнар ҡотлайым! Ҡулдан килгәндә төҙөйөк әле! Беҙ һалған мәктәптәрҙә балалар ҡыуанып белем, тәрбиә алһын, йорттарҙа ғаилә усаҡтары һүнмәһен!

Тирә-яҡта бер генә булмаҡсы
Тирә-яҡта бер генә булмаҡсы
Автор:Гульдар Кадаева