АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
10 Август 2022, 11:05

СИФАТ БИЛДӘҺЕ АЛДЫЛАР

Сибай ҡалаһының ярым фабрикаттар етештереүсе «Итле гастроном» йәмғиәте «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проектында дипломант булды. Тиҙҙән проект логотибы предприятие етештергән ризыҡтар ҡабында буласаҡ.

СИФАТ БИЛДӘҺЕ АЛДЫЛАР
СИФАТ БИЛДӘҺЕ АЛДЫЛАР

Сибай ҡалаһының ярым фабрикаттар етештереүсе «Итле гастроном» йәмғиәте «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проектында дипломант булды. Тиҙҙән проект логотибы предприятие етештергән ризыҡтар ҡабында буласаҡ.

—«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты урындағы предприятиеларға ярҙам итеү маҡсатында булдырылған,—тип белдерәләр сауҙа министрлығынан.

«Итле гастроном» йәмғиәте 2020 йылдың майынан эшләй. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул Урал аръяғында иң әүҙем етештереүсегә әүерелде.

Был предприятие ғаилә бизнесы булып тора, бында сифатлы, экологик яҡтан таҙа, тәмле ризыҡ етештерелә. Әлеге мәлдә производствола 8 кеше эшләй.

Ярым фабрикаттар өсөн тик таҙа, тикшерелгән сеймал ҡулланыла, ит урындағы фермерҙарҙан һатып алына. Заманса ҡоролмалар ҡулланып, ризыҡты ҡул көсө менән әҙерләйҙәр. Бер сменала бер хеҙмәткәр уртаса 45-50 кг , йәғни 2790 билмән әҙерләй.

Ассортимент бай, барлығы 20 ярым фабрикат төрө иҫәпләнә: билмән, манты, варениктар, чебуректар, кәтлиттәр, сырниктар. Киләсәктә исемлектә купаты һәм итле ҡоймаҡтар барлыҡҡа киләсәк.

—Предприятиеның проектта ҡатнашыуы тик файҙаға булыр тип ышанабыҙ. Был уларға тауар әйләнешен күбәйтергә, баҙарҙа үҙ позицияларын нығытырға булышлыҡ итер тибеҙ,—тип белдерә проект етәксеһе Светлана Дивнич.


Белешмә: «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты 624 дипломантты берләштерә. Сифат билдәһе 23 мең төр буйынса бирелә. Был проект урындағы етештереүселәрҙе хуплау, күтәреү өсөн булдырылған һәм ул предприятиеларға сит өлкәләргә сығырға, географияларын киңәйтергә ярҙам итә.


 

Автор:Резеда Валиева